Уның менән осрашыуға З. Биишева әҫәрҙәре буйынса нәфис фильм төшөрөргә йыйынған режиссер Руслан Юлтаев, Башҡортостанда йәш композиторҙарҙы дәртләндереү мәсьәләһен күтәргән композитор Урал Мөхәмәтйәров, йортһоҙ хайуандар өсөн приют төҙөү уйы менән янған Ансар Шәрипов, йәһүд театрына бина бүлеү кәрәклеген белдергән Алексей Лаптев, 2020 йылда Башҡортостанда үтәсәк Фольклориадаға арнап, 1812 йылғы Ватан һуғышы мотивтары буйынса опера ҡуйыу теләге менән дәртләнгән Фәрит Әхмәҙиев, театр продюсеры Әлиә Яхина, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры директоры Илмар Әлмөхәмәтов яҙылған.
Фәрит Вафа улы режиссер менән автор хеҙмәттәшлегенә иғтибарҙы йүнәлтте. Ә Урал Раил улын йәш композиторҙарҙы ҡеүәтләү проблемаһы борсой. Ул гранттарҙа ҡатнашып, республика өсөн яңы әҫәрҙәр яҙырға теләк белдерҙе.