Иртәгә, йәғни 24 августа, Өфөлә “Көмөш Аҡбуҙат” халыҡ-ара кино фестивале башлана.
Ойоштороусылар әйтеүенсә, быйылғы сара элеккеләренән күпкә айырыла: киң ҡоласлы форматта үтәсәк, Рәсәй, хатта донъя кимәлендәге билдәле кино әһелдәренең килеүе көтөлә.
Тағы ла “Кинотавр”, Канн фестивалдәрең ары торһон – әлеге ваҡытта “Башҡортостан” дәүләт концерт залы алдына ҡыҙыл балаҫ түшәп йөрөйҙәр.
Шунда уҡ быға тиклем “зәңгәр экран”дарҙан ғына күргән күренеш күҙ алдына килә: береһенән-береһе зиннәтле машиналар килеп туҡтай, унан береһенән-береһе ҡупшы актерҙар, режиссерҙар төшөп, ҡыҙыл балаҫ буйлап атлай... Шуныһы ҡыуандыра: улар араһында башҡорт кинематография әһелдәре лә етерлек. Билдәле режиссерҙар Булат Йосопов, Айнур Асҡаров, уларҙың фильмдарында төшкән Рушана Бабич, Эмиль Әмиров, Зөлхизә Ғәликәева кеүек актер-актрисалар иртәгә, ысынлап та, “Көмөш Аҡбуҙат”ты асыу тантанаһында ҡатнаша.
Барлыҡ кино сәнғәте әһелдәренең килеүе һәм ҡыҙыл балаҫ буйлап уҙыуы 17:30 сәғәттә көтөлһә, “Көмөш Аҡбуҙат” тантаналы рәүештә киске сәғәт етелә асыҡ тип иғлан ителәсәк.
Ә иртәнге сәғәттәрҙән алып теләгән һәр кемдең фестивалдә ҡатнашҡан фильмдарҙы “Родина” кинотеатрында бушлай ҡарау мөмкинлеге бар.