“Көмөш Аҡбуҙат” IV халыҡ-ара кинофестивален асыу тантанаһы ҡыҙыҡлы кадрҙар менән үрелеп бара.
Ундағы хәл-ваҡиғалар тәүтормош дәүеренән башланып китә. Төп герой ҡанатлы ат Аҡбуҙатты осратҡандан алып эволюция кисерә. Уны ҡороҡларға була ниҙәр генә эшләмәй. Теләгәненә өлгәшерме – ваҡыт күрһәтер.
“Көмөш Аҡбуҙат”ты ойоштороусылар әйтеүенсә, улар шулай итеп кешенең сәнғәткә, матурлыҡҡа ынтылыуы уның үҙен дә матурыраҡ, юғарыраҡ яһағанын күрһәтеү.
Фильмдың тағы ла бер төп маҡсаты – килгән ҡунаҡтарға, ҡатнашыусыларға Башҡортостаныбыҙҙың хозур тәбиғәтен, кино төшөрөү өсөн үҙенсәлекле ерҙәрҙе күрһәтеү.