Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
25 Август 2019, 21:51

Ходжакули Нарлиевты кинофестиваль бик аптыратҡан

Анаклыч Атаев тураһында фильм юҡ.

Автор фотоһы.
Автор фотоһы.
Төрмәнстандың халыҡ артисы, СССР Дәүләт премияһы лауреаты Ходжакули Нарлиев Башҡортостанда беренсе тапҡыр түгел. Уның "Көмөш Аҡбуҙат" фестивалендә баһалама рәйесе булғаны ла бар.


Быйылғы сара уны масштабы, бигерәк тә Башҡортостан, Өфө халҡының фильмдар ҡарарға эркелеп йөрөүе менән аптыратҡан.
"Һәр фильм - ул шул халыҡтың асылына юл. Төрлө кинолар бар, әммә был фестивалдәгеләр туғанлыҡ хистәре, кешелек сифаттары хаҡында һөйләүе менән ҡиммәтле", - тине ҡунаҡ.
Әлбиттә, төркмән милләтенән булған Ходжакули Нарлиевтан данлыҡлы Анаклыч Атаев тураһында һорашам, Төркмәнстанда уның хаҡында нәфис фильм төшөрөлгәнме, тинем. Үкенескә күрә, юҡ икән. Бәлки Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына эшләнергә тейештер был әҫәр?!.
Читайте нас: