Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
25 Август 2019, 16:46

Рим Хәсәнов йәш ҡыҙға ғашиҡ булған

Мөхәббәт йырсыһының үҙенең мөхәббәте кем һуң?

Фото: kulturarb.ru
Фото: kulturarb.ru
Композитор Рим Хәсәнов. Заманында ул яҙған һәр йыр хитҡа әйләнеп, тормошобоҙҙо йәмләр ине. Радионан, телевидениенан өҙлөкһөҙ яңғырай торғайны. Бер мәжлес тә, моғайын, шөһрәтле композиторыбыҙҙың йырҙарынан башҡа үтмәгәндер. Рим Хәсәновтың йырҙарына бөгөн дә бер кем дә битараф ҡала алмайҙыр.
Мөхәббәт йырсыһының үҙенең мөхәббәте кем һуң? Был хаҡта “Тамаша” журналында былай тип хәтирәләргә бирелә сәнғәт әһеле:
– Институтта уҡығанда опера һәм балет театрына барғайныҡ. Хореография училищеһынан бер төркөм ҡыҙҙар ҙа килгәйне. Бер һылыуҙы күрҙем дә ғүмерлеккә ғашиҡ булдым. Фатима исемле ине ул. Йәш ине, бәлиғ булғанын көтөп, мөхәббәт утында янып йөрөргә тура килде. Йылдар үткәс, сәстәр сәскә бәйләнде. Мин сихри көскә, мөғжизәгә ышанам. Ҡатынымды миңә ниндәйҙер тылсымлы көс ебәргәндер, тип уйлайым. Ғүмер буйы ул минең яҡлаусым да, һаҡлаусым да, ғөмүмән, фәрештәм булды. Рәхмәт үҙенә барыһы өсөн дә. Мөхәббәт емешебеҙ Айгөлдө үҫтерҙек. Ҡыҙыбыҙҙың, ейәнебеҙ Арнистың уңыштарына шатланып йәшәйбеҙ. Тормошомдан ҡәнәғәтмен, яҙмышыма рәхмәтлемен, мөхәббәтем урап үтмәне”.
Читайте нас: