"Көмөш Аҡбуҙат" фестиваленең икенсе көнө бара. Сараға ярашлы, төрлө төбәктәрҙән килгән фильмдарҙы күрһәтеү дауам итә.
Сценарист Шәүрә Шәкүрова Саха (Яҡут) Республикаһынан килгән режиссер Любовь Борисованың "Надо мною солнце не садится" фильмынан тетрәнгән.
Ул яҡут телендә, титрҙар бара. Был халыҡта башҡорт теле менән уртаҡ һүҙҙәр бар.
"Бик ихлас һәм ышандырғыс фильмда яҡуттарҙың асылын күрәһең. Улар үҙҙәренең асылын да юғалтмаған, замандан да артта ҡалмаған. Кешелек ҡиммәттәре тураһында һөйләй тормош сәхифәһе. Режиссер, сценарист һәм актерҙар эше юғары кимәлдә башҡарылған. Эпизодик ролдәрҙә лә барыһы ихлас эшләгән", - ти Шәүрә Рәшит ҡыҙы.