“Көмөш Аҡбуҙат” халыҡ-ара кино фестивалендә Башҡортостан ҡунаҡтары иҫтәлеккә, яҡындарына бүләккә төрлө открыткалар, значоктар һатып алыу мөмкинлегенә эйә.
Был мөғжизәләр – Айгөл һәм Арыҫлан Бикбаевтарҙың эше. Улар икеһе лә рәссам, күптән түгел “Бикбай” проектын булдырғандар.
Әйткәндәй, “Көмөш Аҡбуҙат”тың логотибы ла – уларҙың ижад емеше.
Тағы ниндәй матурлыҡтар бар – бөтәһен дә фотоларҙан күрә алаһығыҙ.