"Көмөш Аҡбуҙат" фестиваленә ярашлы, "Арт квадрат" үҙәгендә кино ҡорамалдары күргәҙмәһе ойошторолдо.
Унда камералар, режиссер ултырғысынан тыш, актерҙарҙың ваҡытлыса йәшәү урыны, гримерка урынлаштырылған.
Халыҡ бар ҡоролмаларҙы ҡарай, улар фонында фотоға төшөргә була.
Өфө халҡы бик ҡыҙыҡһынып ҡабул итте был күргәҙмәне.