Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
27 Август 2019, 21:56

Бабичевтар Ҡыйғаҙытамаҡта осрашты

Һәйкәлдә нишләп шиғыры юҡ?

Нәфирә Бабичева-Иҡсанова фотолары.
Нәфирә Бабичева-Иҡсанова фотолары.
Шәйехзаданың атаһы Мөхәмәтзакир — Ҡаңлы улусының аҫаба башҡорто, Бабичевтар менән 1852 йылда Ҡаңлы улусының Көйөк түбәһендә нигеҙләнгән Ҡыйғаҙытамаҡтан.
Ошо көндәрҙә Бабичевтар Ҡыйғаҙытамаҡ ауылында осрашып, Шәжәрә байрамын үткәрҙе. Улар оҙаҡ йылдар күрешмәгән туғандары менән аралашты, үҙ нәҫеленә арнап ҡорбан салды. Бөйөк башҡорт шағирының ҡәберенә зыярат ҡылып, аят уҡынылар.
Сараның аҙағында ауылда ҡуйылған Шәйехзада Бабич һәйкәленә сәскәләр һалынды. Киләһе йыл да “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамына күмәкләп ҡайтып, һәйкәлдең аҫты өлөшөнә шағирҙың шиғырынан дүрт юл яҙып ҡуйырға тип ҡарар иттеләр.
Читайте нас: