Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
27 Августа 2019, 10:00

Донъя буйлап осто “Көмөш Аҡбуҙат”!

“Башҡортостан” дәүләт концерт залы алдына йыйылған кино һөйөүселәр ҡыҙыл балаҫтан үтеүсе фестиваль ҡатнашыусыларын – актерҙарҙы, режиссерҙарҙы, сценаристарҙы һәм башҡа был сәнғәт өлкәһе вәкилдәрен сәләмләне. Улар араһында Олег Ханов, Нурия Ирсаева, Руслан Хайсаров, Илгиз Таһиров кеүек билдәле башҡорт актерҙары, Булат Йосопов, Айсыуаҡ Йомағолов кеүек режиссерҙар бар ине.

“Башҡортостан” дәүләт концерт залы алдына йыйылған кино һөйөүселәр ҡыҙыл балаҫтан үтеүсе фестиваль ҡатнашыусыларын – актерҙарҙы, режиссерҙарҙы, сценаристарҙы һәм башҡа был сәнғәт өлкәһе вәкилдәрен сәләмләне. Улар араһында Олег Ханов, Нурия Ирсаева, Руслан Хайсаров, Илгиз Таһиров кеүек билдәле башҡорт актерҙары, Булат Йосопов, Айсыуаҡ Йомағолов кеүек режиссерҙар бар ине.


Бында сиктәр юҡ


Фестивалдә егерменән ашыу ил ҡатнаша. Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Саха (Яҡут), Корея, Непал һәм башҡа ерҙәрҙән килгән ҡатнашыусылар ҙа ҡыҙыл балаҫ буйлап үтте.
“Көмөш Аҡбуҙат” быйыл Башҡортостан Хөкүмәте, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Өфө ҡала хакимиәте ярҙамында ойошторолоуы менән әһәмиәтле. Был фестиваль өсөн ысын мәғәнәһендә сиктәр юҡ: саҡырылған мәртәбәле ҡунаҡтар, баһалама ағзалары араһында Рәсәй генә түгел, донъя кимәлендәге билдәле кино әһелдәре бар.
Билдәле кино йондоҙо, “Тарас Бульба”, “Викинг”, “Мы из будущего” кеүек фильмдар геройы Игорь Петренко ла – баһалама ағзаһы. Ул фестивалде асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡыт­лыса башҡарыусы Радий Хәбиров менән күп социаль проекттар эшләүе хаҡында хәбәр итте, уға саҡырыуы өсөн рәхмәт белдерҙе, үҙенең бында булыуына ихлас шатлығын йәшермәне.
“Көмөш Аҡбуҙат” IV халыҡ-ара кинофестивален асыу тантанаһы ҡыҙыҡлы кадрҙар менән үрелеп барҙы. Ундағы хәл-ваҡиғалар тәүтормош дәүеренән башланып китә. Төп герой ҡанатлы ат Аҡбуҙатты осратҡандан алып эволюция кисерә. Уны ҡороҡлау өсөн ниҙәр генә эшләмәй.
“Кешелек эволюцияһын сәнғәт аша сағылдырырға тырышасаҡбыҙ, был проектты бойомға ашырыуҙа беҙгә мультиинструменталист, шоумен Зәйнетдин ярҙам итте, интернетта уның тәүтормош кешеһе образында төшкән фотоларын күргәнһегеҙҙер. Тағы ла ошо ысул менән ситтән килгән ҡунаҡтарға Шүлгәнташ, Ирәмәл, шихандарыбыҙ кеүек кино төшөрөү өсөн шәп урындарҙы күрһәтергә теләйбеҙ”, – тине был проект хаҡында фестивалдең режиссеры Гөлнара Юрина.
Ҡыҙыл балаҫ кеүек Голливуд алымдарынан алып милли рухтағы шоуҙарға тиклем ҡолас йәйә “Көмөш Аҡбуҙат” халыҡ-ара кинофестивале. Әйткәндәй, башҡорт киноһы ла бында лайыҡлы сығыш яһай.
“Беҙҙә кино төшөрөүсе йәштәр күбәйҙе, башҡа төбәк һәм ил вәкилдәренә күрһәтерлек эштәребеҙ байтаҡ”, – ти был хаҡта Башҡортостан Кинематографистар союзы рәйесе Фәрит Ғәбитов.
Һәләтле режиссер Айнур Асҡаров менән яңыраҡ кино донъяһында үҙ һүҙен әйтә башлаған Фәрзәнә Утарбаеваны ғына алайыҡ. Һуңғыһының СССР-ҙың һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Гөлли Мөбәрәкова, М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актеры Артур Кәбиров уйнаған “Ҡырағай” фильмы – милли кинематографиябыҙҙа яңы һүҙ, тиһәк тә һис хата булмаҫ. Әсә менән ул араһындағы мөнәсәбәт, республикабыҙҙағы төп проблемаларҙың береһе булып торған ситкә китеп эшләү осрағы, уның арҡылы тыуған ауырлыҡтар хаҡында фильмдың сценарий авторы ла Фәрзәнә үҙе икән. “Кино төшөрөү өсөн сабыр булырға кәрәк”, – тине ул.
Фестивалдә Айнур Асҡаровтың “Өфөнән һөйөү менән” фильмы ла ҡатнаша. Ундағы төп ролде башҡарған Асҡар Нагаев менән дә бер-ике һүҙ алышырға насип булды.
Асҡар – үҙенсәлекле егет. Был уның үҙен тотоуында, кейгән кейемендә, һөйләгән хәбәрендә асыҡ сағыла.

– Минең өсөн талант төшөнсәһе юҡ, – ти ул. – Хатта һөнәренең оҫтаһы тип һаналған ҡайһы бер актерҙарҙың уйынын күреп, күңелем ҡайтҡаны булды. Ҡайһы ваҡыт минең өсөн донъяла яҡшы кино юҡ кеүек тойолоп китә.
– Донъяуи кимәлдә кино сәнғәтен бөтөрөп ташлағас, һинең өсөн башҡорт кинема­тографияһы сүп кенәлер? “Өфөнән һөйөү менән” фильмындағы үҙ эшеңә нисек ҡарайһың? – тип ҡыҙыҡһындым.
– Юҡ. Бар ул башҡорт кино сәнғәте. Һәм беҙҙең кино ла ваҡытында үҙ һүҙен әйтте, үҙ тамашасыһын тапты, – тине Асҡар.



Баһалама ағзалары – баһалы шәхестәр


“Көмөш Аҡбуҙат” фестиваленең баһалама составына Рәсәйҙең халыҡ артисы Сергей Шакуров етәкселек итә. Ә бына Рәсәй Кинематографистар союзы рәйесе Никита Михалков, үҙе килмәһә лә, этник киноның беҙҙе асылыбыҙға алып ҡайтыуын, Башҡортостанда һуңғы йылдарҙа кино сәнғәте үҫешенә ҙур иғтибар бүленеүен билдәләп, ҡотлау телеграммаһы ебәргән.

“Великолепный век” фильмында Сөмбөл аға ролен башҡарған актер Селим Байраҡтар балалар менән ҡул уйындары ла уйнап өлгөрҙө.
Ул аралашыуға бик әүәҫ булып сыҡты. Уны барыһы ла һырып алды, кинолағы үҙ бурысын, урынын белгән образ түгел инде Селим. Актер – үҙ мәртәбәһен белгән сәнғәт әһеле.
“Көмөш Аҡбуҙат” фестиваленә ҡунаҡ булараҡ саҡырылған Рәсәйҙең халыҡ артисы Борис Щербаков Өфө ҡалаһына һоҡланыуын белдерҙе. “Бында айырым бер мөхит. Шундай үҙенсәлекле архитектура, йәштәргә ҡайҙа йәшәүе тураһында һөйләп торған ҡаланың йөҙө арбаны мине. Этник фильм фестивале лә күп нәмә тураһында һөйләй. Мин был сараға саҡырылғас, башта ҡаушап ҡалдым. Әммә сикһеҙ шатмын. Бик ҡыҙыҡлы фестиваль”, – тине актер.
Рәсәйҙең халыҡ артисы, баһалама комиссияһы рәйесе Сергей Шакуров Башҡортостанда, әлбиттә, беренсе тапҡыр түгел. Ул беҙгә даими рәүештә спектаклдәр менән килеп тора. Быйыл ноябрҙә лә “Насар ғәҙәттәр” әҫәре менән киләсәге тураһында әйтте. Ә фестивалде асыу тантанаһында ул барыһын да байрам менән ҡотланы һәм һәр эште етди ҡараясаҡтары хаҡында белдерҙе. “Иң мөһиме – бер деталде лә төшөрөп ҡалдырмай, һәр фильмды ентекле ҡарап сығыу. Был беҙҙең өсөн табиптарҙың Гиппократ анты кеүек мөһим”, – тине Сергей Шакуров.



Ҡайһы бер фильмдар хаҡында


Режиссер Умид Хамдамов төшөргән “Эҫе йәймә” фильмы Зөлфиә исемле үҫмер ҡыҙҙың яҙмышы тураһында һөйләй. Ул атаһы менән әсәһен көтөп йәшәй. Фильмдың аҙағына тиклем ошо интрига тотола. Зөлфиә үҙен уратып алған донъяның ялғанға ҡоролоуы тураһында уйланып тетрәнә. Ябыҡ ишектәрҙе шаҡыу кәрәкмәй, ә асыҡ күңелдәрҙең яҡтылығын баһалау мөһим икәнлеген үҫмер ҡыҙ шәхси миҫалында тәрән кисерештәр аша төшөнә.
Сценарист Зөһрә Бураҡаеваның эше буйынса режиссер Роман Пожидаев төшөргән “Ҡарҙар яуғанда” ҡыҫҡа метражлы фильмы әсәлек тойғолары хаҡында. Ун өс минутлыҡ кинола һәр кешегә ғәзиз тойғолар тураһында һөйләнелә. Ғәҙәттәгесә, зал шығырым тулы, хатта баҫып торорлоҡ урын юҡ. “Көмөш Аҡбуҙат” быйыл ысын мәғәнәһендә халыҡ фестиваленә әйләнде.
Төркмәнстандың халыҡ артисы, СССР Дәүләт премияһы лауреаты Ходжакули Нарлиев Башҡортостанда беренсе тапҡыр түгел. Уның “Көмөш Аҡбуҙат” фестивалендә баһалама рәйесе булғаны ла бар.
Быйылғы сара уны масштабы, бигерәк тә Башҡортостан, Өфө халҡының фильмдар ҡарарға эркелеп йөрөүе менән аптыратҡан.
“Һәр фильм – ул шул халыҡтың асылына юл. Төрлө кинолар бар, әммә был фестивалдәгеләр туғанлыҡ хистәре, кешелек сифаттары хаҡында һөйләүе менән ҡиммәтле”, – тине ҡунаҡ. Әлбиттә, төркмән милләтенән булған Ходжакули Нарлиевтан данлыҡлы Анаклыч Атаев тураһында һорашам: “Төркмәнстанда уның хаҡында нәфис фильм төшөрөлгәнме?” – тинем. Үкенескә, юҡ икән. Бәлки, Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына эшләнергә тейештер был әҫәр?!
Ҡаҙаҡ режиссеры Рөстәм Әбдрәшевтең “Ҡаҙаҡ ханлығы. Алтын тәхет” фильмына ла халыҡ эркелеп килде. Күренеүенсә, халыҡ тарихи фильмдарҙы ярата. Милләттең үҙ-ара мөнәсәбәттәре хаҡында һөйләй әҫәр. Милли кейемдәр, Ҡаҙағстан тәбиғәте, йолалар – барыһы ла киноны ғәжәп мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡлы итә. Ҡаҙаҡ халҡының милләт булараҡ ойошоуын һүрәтләгән картинала башҡортҡа таныш ырыуҙар исеме, хатта оран да йыш яңғырап торҙо. “Алаш” ораны менән тоҡана икән ҡаҙаҡтар! Ә беҙҙә Мең ырыуы “Алаҫ” ораны менән яуға күтәрелгән! Ҡыпсаҡ, табын, һарт ырыуҙарынан хасил булған ҡаҙаҡ халҡының тарихын һөйләгән картина, дөрөҫөн әйткәндә, милли рухҡа ныҡ тейҙе. Ҡаҙаҡ берҙәм халыҡ булып ойоша алған бит!
Сценарист Шәүрә Шәкүрова Саха (Яҡут) Республикаһынан килгән режиссер Любовь Борисованың “Надо мною солнце не садится” фильмынан тетрәнгән. Ул яҡут телендә, титрҙар бара. Был халыҡта башҡорт теле менән уртаҡ һүҙҙәр бар. “Бик ихлас һәм ышандырғыс фильмда яҡуттарҙың бар булмышын күрәһең. Улар үҙҙәренең асылын да юғалтмаған, замандан да артта ҡалмаған. Кешелек ҡиммәттәре тураһында һөйләй тормош сәхифәһе. Режиссер, сценарист һәм актерҙар эше юғары кимәлдә башҡарылған. Эпизодик ролдәрҙә лә барыһы ихлас эшләгән”, – ти Шәүрә Рәшит ҡыҙы.
Сара сиктәрендә Өфөнөң Арт-Квадрат үҙәгендә кино ҡорамалдары күргәҙмәһе лә ойошторолдо. Иртәгә поляк режиссеры Кшиштоф Занусси менән осрашыу көтөлә.
Был көндәрҙә Өфө тылсымлы кино донъяһына сумды. “Көмөш Аҡбуҙат”тың мәғрур ҡанаттарының еле ҡағылмаған, кинозалда төрлө илдең төрлө картинаһын ҡарап тетрәнмәгән, уйланмаған кеше ҡалдымы икән?
Читайте нас