Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
27 Август 2019, 12:00

Премияға кемдәр дәғүә итә?

Ошо көндәрҙә Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһына дәғүәселәр билдәләнде. Әле комиссия ағзалары уларҙың эштәре менән таныша. Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығында премияға кемдәр дәғүә итеүе хаҡында белдерҙеләр

Ошо көндәрҙә Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһына дәғүәселәр билдәләнде. Әле комиссия ағзалары уларҙың эштәре менән таныша. Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығында премияға кемдәр дәғүә итеүе хаҡында белдерҙеләр:
Әҙәбиәт өлкәһендә:
1. Иҡсанов Мөнир Ишкен улы — “Урал ҡоросо” шиғри йыйынтығы өсөн;
2. Сөләймәнов Ринат Миңлеғәли улы — “Йөрәктә — яҙ” шиғри йыйынтығы өсөн;
Сәнғәт өлкәһендә:
1. Дәүләтбаев Ленар Тәлғәт улы, Сәғитова Шәүрә Азамат ҡыҙы, Хәйбуллина Екатерина Александровна, Ниғәмәтйәнова Лиана Искәндәр ҡыҙы ингән “Ҡоштар ни хаҡында йырлай?..” концерт-әкиәте”нең авторҙар коллективы — башҡорт риүәйәттәре буйынса беренсе музыкаль әкиәт өсөн;
2. Болотов Артем Анатольевич — “Классиканы бергәләп уҡыйбыҙ” музыкаль-әҙәби проектты тормошҡа ашырған өсөн;
3. Вахитов Руслан Рәфис улы — театр сәнғәте өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн;
4. Рамаҙанов Ринат Заһир улы, Гәрәев Алик Закир улы, Гәрәев Эмиль Закир улы, Исмәғилев Радмир Нәзир улы, Нәзиров Айрат Рәйфәт улы ингән “Арғымаҡ” төркөмө — башҡорт халҡының әҙәби мираҫын һәм милли музыка ҡоралдарын тергеҙгән һәм танытҡан өсөн;
5. Зарипов Айҙар Марат улы — “Люксембургка барып ҡайтҡансы...” һәм “Ҡуштирәк” спектаклдәре өсөн;
6. Исҡужина Лилиә Салауат ҡыҙы — З. Биишева әҫәре буйынса “Мөхәббәт һәм нәфрәт” спектаклендә Зөлхизә образы өсөн;
7. Кадраева Нелли Марат ҡыҙы — музыка сәнғәте өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн;
8. Колесникова Елена Павловна — фортепиано сәнғәте өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн;
9. Мәғәлимов Руслан Фәһим улы — һынлы сәнғәт өлкәһендәге “Йыйырға ваҡыт” ижади проекты өсөн;
10. Мәзитова Ләйсән Сәлих ҡыҙы — телевидение проекттары аша балаларҙы һәм йәштәрҙе рухи-патриотик тәрбиәләүгә тос өлөш индергән өсөн;
11. Мкртчян Лиана Мхитаровна — һынлы сәнғәт өлкәһендәге “Бала сағымдан” ижади проекты өсөн;
12. Пожидаев Роман Анатольевич — башҡорт телендә “Өйҙәштәр” тәүге йәштәр комедия сериалы (ситкомы) өсөн;
13. Таһиров Илгиз Тайфур улы, Сәлмәнов Рәмзил Рәсих улы, Абдуллин Радмир Риф улы ингән ижади коллектив — режиссер Б.Т. Йосоповтың “Бабич” тулы метражлы тарихи нәфис фильмында күрһәткән юғары актер оҫталығы өсөн;
14. Хәйруллин Илнур Радик улы — башҡорт музыка сәнғәтен һәм ҡурай милли уйын ҡоралын танытҡан өсөн;
15. Хайсаров Руслан Сәғит улы — Тимерхан (“Нәркәс”, И. Йомағолов), Маурисьо (“Ағастар аяғүрә үлә”, А. Касон), Шүлгән (“Урал батыр” башҡорт халыҡ эпосы) образдарын оҫта башҡарған һәм башҡорт телен танытҡан өсөн;
16. Лоғаманов Рәсим Рәсүл улы, Нухов Аяз Әхәт улы, Шакиров Илдар Әлфәрит улы, Ялмырҙин Ғаяз Йәдкәр улы ингән “Йатаған” этно-төркөмө — “Ерем тауышы” дебют альбомы һәм “Йатаған мөслим” проекты өсөн;
17. Юлтаева Зиләрә Валерий ҡыҙы — Мөнир Ҡунафиндың “Люксембургка барып ҡайтҡансы...” спектаклендә Гөлнәзирә, Мостай Кәримдең “Өс таған” спектаклендә Ҡорбанбикә, Спартак Ильясовтың “Биғылый” спектаклендә Гөлзада, шулай уҡ “Өс хат” фильмында Хазина һәм “Беренсе республика” фильмында Мәстүрә Әлмөхәмәтова ролдәре өсөн;
18. Ямщикова Екатерина Сергеевна — Башҡортостанда халыҡ ижадын танытҡан һәм авторлыҡ этно-фольклор альбомын яҙған өсөн.
Читайте нас: