Бөгөн "Көмөш Аҡбуҙат" IV Халыҡ-ара кинофестиваленең һуңғы көнө. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында кино әһелдәре һәм журналистар милли кинематография буйынса “түңәрәк өҫтәл”гә йыйылды. Һөйләшеүҙең географияһы киң: Әрмәнстан, Бүрәт Республикаһы, Ҡаҙағстан, Төркмәнстан, Польша, Ҡырғыҙстан, Саха Республикаһы вәкилдәре үҙ фекерҙәре менән бүлеште.
Ҡырғыҙстандан Гөлбәрә Толомышева башҡорт кинематографияһына яҡты киләсәк юлланы.
– Ышанам: һеҙҙә кино өлкәһендә ҙур үҙгәрештәр көтөләсәк. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров менән осраштыҡ һәм уның ысын кино һөйөүсе икәнлеген асыҡланды, – тине ул.
Ҡаҙаҡ режиссеры Рөстәм Әбдрәшев тә бик елле фекер әйтте.
– Бер яҡтан, беҙ шул хәтлем оҡшашбыҙ. Бер ҡараһаң, төрлөбөҙ төрлөсә. Быларҙың барыһы ла – мәҙәниәтебеҙ, тарихыбыҙ тәрәнлеге кинематография аша асыҡ сағыла, – тип билдәләне ул.