Легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 120 йыл тулыу уңайынан 31 августа халыҡ батырының тыуған ере Ҡырмыҫҡалыла байрам уҙасаҡ.
Сараның программаһы бай йөкмәткеле. Тәүҙә Тауһеңер ауылы эргәһендәге майҙанда 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының һәм һауа һуғышының хәрби-тарихи реконструкцияһын күрһәтәсәктәр. Театрлаштырылған тамаша, хәрби йылдарҙың интерактив майҙандары, ат сабышы, "Ылаҡ" милли уйыны ойошторола.
Сара ҡунаҡтары шулай уҡ Башҡортостандың билдәле сәнғәт оҫталарының, һәүәҫкәр коллективтарҙың концертын ҡарап кинәнәсәк.