Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
30 Августа 2019, 13:25

Бөтә эш Степан Петровта ул!

“Көмөш Аҡбуҙат” кинофестивалендә гран-при яулаған фильм режиссеры Любовь Борисованың был нисәнсе еңеүе?

Автор фотоһы.Автор фотоһы.
Автор фотоһы.
“Надо мною солнце не садится” фильмының режиссеры Любовь Борисованың был фестивалдә еңәсәге алдан уҡ билдәле ине, тиергә була. Сөнки ул кино күрһәтелеү менән бөтә тамашасылар ҙа ошо хаҡта һөйләште, фекер алышты. Ни үкенес булды миңә: ҡарай алмай ҡалдым. Фестивалдә иҫ киткес фильмдар күрһәтеләсәген белһәм дә, гәзит эшенән дә айырылып булмай бит.
Шулай ҙа сара тамамланғансы авторҙы табып, һөйләшеп алырға булдым. Любовь аралашыуға бик әүәҫ, ябай ҡыҙ булып сыҡты. Белеме буйынса ул – иҡтисадсы. Был уның тәүге эше.
Беренсе фильмы булһа ла, Любовь был киноһы менән Мәскәүҙә, Ҡаҙағстанда, Шанхайҙа, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә үткән фестивалдәрҙә еңеү яулаған. Алтайҙағы Шукшин фестивалдә шулай уҡ гран-при алған.
Был фильмдың сценарий авторы ла, режиссеры – 37 йәшлек Любовь. Фильмдың уңышы нимәлә һуң тигән һорауыма ул: “Төп сәбәбе – һөймәлекле актер Степан Петровта, тип уйлайым. Уның кешеләрҙе үҙенә тарта торған көсө бар. Йәнә лә тормош мәғәнәһе, үлем һәм йәшәү тураһындағы был фильмда һәр кем үҙе ҡәҙерле нәмәләр тураһында һөйләнеүен үҙ итте, ахырыһы!..” - тип яуапланы.
Читайте нас