Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
30 Августа 2019, 11:30

Һәләте уның Хоҙайҙандыр...

Һүҙемде минең өсөн иң һөйөнөслө һәм емешле бер ваҡиғанан башлайым: “Инеш” нәшриәтенең тырышлығы менән “Урал” фондының иғәнәһенә бер төркөм яҙыусыларҙың тәржемәһендә донъя әҙәбиәте хазиналарынан булған иҫ киткес мауыҡтырғыс ун китап сығарҙыҡ. Ҡабатлайым, барлыҡ донъя мөкиббән китеп уҡыған ун классик әҫәрҙең башҡортса тәржемәһе ҙур тираж менән республика балаларына еткерелде.

Иң юғары камиллыҡҡа еткереү ҡеүәһе бар ине.


Һүҙемде минең өсөн иң һөйөнөслө һәм емешле бер ваҡиғанан башлайым: “Инеш” нәшриәтенең тырышлығы менән “Урал” фондының иғәнәһенә бер төркөм яҙыусыларҙың тәржемәһендә донъя әҙәбиәте хазиналарынан булған иҫ киткес мауыҡтырғыс ун китап сығарҙыҡ. Ҡабатлайым, барлыҡ донъя мөкиббән китеп уҡыған ун классик әҫәрҙең башҡортса тәржемәһе ҙур тираж менән республика балаларына еткерелде.
– Йәшерен-батырыны юҡ, эш ҡатмарлы, иҫ киткес мауыҡтырғыс булды. Сабир ағай Шәрипов Киплингтың “Джунгли китабы”н тәржемә итте. Мин, ул китаптың мөхәррире, уҡыйым-уҡыйым да илайым, ҡыуаныстан илайым, аңлайһығыҙмы? Сабир ағайҙың шул тиклем талантынан, телебеҙҙең икһеҙ-сикһеҙ мөмкинлегенән илайым.
Ә инде “Яҙ” тигән өлөшөн уҡый башлағас, түҙмәнем, “Инеш”тең директоры Гөлнара Белозероваға шылтыраттым. “Сабирҙың үҙенә әйт” тине. “Ныҡ тырышырға тура килде, – тине Сабир ағай. – Дөрөҫөн әйткәндә, руссаға тәржемәһе хөрт, ә инде тағы ла теүәлерәк итеп әйткәндә, ҡайһы бер урындарында хатта Киплинг үҙе лә әйтеп еткерә алмаған”.
Сабир ағайға ғына хас был үҙенсәлекле тыйнаҡлыҡҡа көлдөм дә әҫәрҙе төп нөсхәлә уҡырға тотондом. Ә бит Сабир ағай дөрөҫ әйткән, тәбиғәт балаһы булараҡ, ҡайһы бер төшөн­сәләрҙе ул хатта Киплингка ҡарағанда теүәлерәк һеңдерә, хатта һеңгәҙәтеп һүрәтләүгә өлгәшкән. Ә, бәлки, беҙ үҙебеҙ ҡайһы бер нәмәләрҙе туған телдә шулай тәрәнерәк тоябыҙҙыр?! Шунан русса тәржемәне төп нөсхә менән сағыштырып уҡып сыҡтым, ысынлап та, унда хатта бер нисә фактик хата ла осраны. Ә башҡортсаға тәржемәләүсе, инглиз телен белмәһә лә, шуны тотоп ҡала алған!
Шунда мин тағы ла бер нәмә тураһында уйланым. Һуңғы осорҙа бөтә ғәмәлдәрҙе лә аҡсаға ҡайтарып ҡалдырыу йышайҙы. “Әммә нисә һум бирһәләр, ошо әҫәрҙе Сабир ағай кеүек тәржемә итә алыр инем икән?” тип һораным мин үҙемдән. Миллион бирһәләр ҙә, ҡулымдан килмәҫ ине. Һәр кемдең үҙ түшәме, үҙ кимәле, Хоҙай биргән һәләте һәм шул һәләттең ҡәҙерен аңлапмы, аңламаймы, иң юғары камиллыҡҡа еткереү ҡеүәһе. Бына ниндәй юҫыҡта ҡарарға кәрәк Сабир Шәриповтың барлыҡ ижадына.
Сабир ағайҙың вафаты тураһында ишеткәс, ҡапыл ҡойолоп төштөм. Башҡорт әҙәбиәте тигән мөһабәт бинаның өрлөгө шартлап һынған һымаҡ булды, сөнки ул ҡайҙа ғына эшләмәһен: “Совет Башҡортостаны”н­дамы, “Китап” нәшриәтендәме, “Ағи­ҙел”дәме – ҡасан ғына килһәң дә, бөтә ишектәр бикле булғанда ла, ул ултыр­ған бүлмәнең ишеге һәр саҡ асыҡ була торғайны. Шым ғына асаһың да муйыныңды һоноп ҡарайһың – ә ул алдындағы ҡулъяҙмаға бөтә булмышы менән сумған.

Уның шулай эшләгәндә бер нәмә лә ишетмәй ҙә, күрмәй ҙә торған ғәҙәте була торғайны. Һаулыҡ ҡушыуыңа һиҫкәнеп башын күтәрә лә, һине генә көтөп ултырған һымаҡ, ихлас йылмайып ебәрә, алдында йәки кеҫәһендә тап һиңә генә тип әҙерләп ҡуйған һымаҡ, алмамы, бер бөртөк кәнфитме табыла. Ә сығып киткәнеңдә мотлаҡ һиңә бер-ике башҡорт китабын тоттороп сығара. Һәр ваҡыт тиерлек шулай. Ә ишеге бикле булған бик һирәк осраҡта ул йә үҙе етәкләгән проза секцияһы ултырышына, йә берәй өлкән яҙыусының йомошо менән киткән була ине. Шунлыҡтан милләттәрҙең йотолоуы, рухи ҡиммәттәребеҙҙең күҙ алдында юйыла барыуы хафаға һалған ҡатмарлы дәүерҙә Сабир Шәриповтың ишеге асыҡ торһа, әҙәбиәтебеҙгә ҡурҡыныс янамаҫ һымаҡ булған икән миңә.
Уның ҡулы аша үтеп, күпме авторҙың ҡабаттан тиерлек яҙылған том-том романдарына, исеменән алып һуңғы һүҙенә тиклем үҙгәртелгән, матурланған тау-тау ҡулъяҙмаларына бик күп йылдар шаһит булғанға күрә, мин әле уның урынын алырҙай мөһабәт, киң күңелле, башҡорт әҙәбиәте өсөн йәнен бирерҙәй булған фиҙакәр затты күҙ алдына килтерә алмайым. Был яҡты донъяла инде байтаҡ ҡына йәшәгән, ярайһы күпте күргән булһам да, үҙ ижадын ситкә ҡуйып, ихлас шатланып башҡаның йөгөн күтәрешкән икенсе берәүҙе белмәйем һәм ҡәләм тирбәтеп ҡараған бик күптәрҙең һүҙемде хупларына иманым камил, шуға күрә Сабир ағай ныҡ етмәй һәм аяуһыҙ һағындыра.
Читайте нас