Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
31 Августа 2019, 07:01

Шайморатов йәнә ғәскәр туплай

Бында, әйтерһең дә, Шайморатовтың ҡайтыуын көткән кеүек тулҡынланалар...

Автор фотолары.Автор фотолары.
Автор фотолары.
Ҡырмыҫҡалы районының Шайморатов ауылында генерал Шайморатовҡа арналған саралар сәғәт 11-ҙә башлана. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, иртәнге сәғәт туғыҙ тулып уҙыу менән бында халыҡ ағыла башланы.
Һәр береһенең ҡулында – сәскәләр! Ярата беҙҙең халыҡ батырҙарын! Бында, әйтерһең дә, Шайморатовтың ҡайтыуын көткән кеүек тулҡынланалар.
Ә был егеттәр – Радик Ҡадаев, Рәлис Ғүмәров, Динар Фәхрисламов – генерал Шайморатовтың ауылдаштары. Улар сараға махсус кейенеп килгән.
Ә тышта көҙ. Киҫкен ел иҫә...
Читайте нас