Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
2 Сентября 2019, 17:01

Ҡайһы саҡта иланым да...

Шундай сибәр, буй-һынына ҡарап һоҡланырлыҡ, ә мөхәббәт йырҙарын йырлағанда илатырлыҡ ирегеҙ булһа, ҡыҙҙар уны яратыуын аҙым һайын белдереп, күптәре хатта спектаклдән һуң көтөп тороп, артынан эйәрһә, һеҙ нишләр инегеҙ?

Фото: gtrk.tvФото: gtrk.tv
Фото: gtrk.tv
Артистар менән бәйле имеш-мимеш күп йөрөй. Бигерәк тә Фидан Ғафаров кеүек донъя шаулатырлыҡ популяр булһа. Артистың хәләл ефете быға нисек түҙгән? "Тамаша" журналына биргән әңгәмәһендә Фәриҙә ханым:
– Бер саҡ Яңы йылды ҡаршыларға табын әҙерләп йөрөйөм, – тип хәтирәләргә бирелә. – Телефоныбыҙ шылтырай. "Фидан бер сибәр ханым менән яҡында ғына кафела күңел асып ултыра, ә һин өҙөлөп, ҡабаланып аш-һыу әҙерләйһеңме?" – ти таныш түгел тауыш. Ул көндә Фидан менән Нурия Яңы йыл тапшырыуы алып бара ине. Тәнәфес ваҡытында тамаҡ ялғап алырға сыҡҡан булғандар икән. Һуңынан ғәйбәткә һүҙ ҡалдырмау өсөн өйгә ҡайтып ашар булдылар.
Нурия менән Фиданды өйләндереп ҡуйыусылар ҙа булды. Мин бит үҙем дә – театрҙа эшләгән кеше. Кемдең кемлеген беләм. Ҡайһы саҡта иланым да, әммә Фиданға ла, кешегә лә һиҙҙермәнем. Шундай сибәр, буй-һынына ҡарап һоҡланырлыҡ, ә мөхәббәт йырҙарын йырлағанда илатырлыҡ ирегеҙ булһа, өҫтәүенә ул айҙар буйы гастролдәрҙә йөрөһә, уны яратыуҙарын ҡыҙҙар аҙым һайын белдереп, күптәре хатта спектаклдән һуң көтөп тороп, артынан эйәрһә, һеҙ нишләр инегеҙ? Көнләшерлек тә бит.
Әммә мин көнләшмәнем, был үтә торған нәмә, тип үҙемде һәр саҡ тынысландырҙым. Фидандың мине яратҡанын да беләм бит... Былай ҙа тынғыһыҙ, борсоулы эшендә көнләшеүҙәрем менән мәшәҡәт тыуҙырһам, бәлки, йәшәйешебеҙҙең көйө китер, бер-беребеҙҙе яратыу ысынлап та юғалыр ине".
Читайте нас