Һуңғы йылдарҙа Сибай ҡалаһының ял һәм мәҙәниәт паркы яңы һулыш кисерә. Йәш һәм дәртле Илгиз Әхмәтшин етәкселек итә башлағас, парк, әйтерһең дә, яңынан төҙөлгәндәй тойолдо. Бөгөн бында ҡала халҡы ғына түгел, ҡунаҡтар ҙа рәхәтләнеп ял итә, балаларын алып килә.
Күптән түгел Сибайҙа тәүге тапҡыр “Этно-төн” фестивале ойошторолдо. Сарала күптәр яратып өлгөргән йырсы Заһир Зәйнетдин дә ҡатнашты. Фестивалдә сит илдә ял итеү өсөн 50 мең һумлыҡ сертификат та уйнатылды.
Ял һәм мәҙәниәт йорто директоры, фестивалде ойоштороусыларҙың береһе Илгиз Әхмәтшин белдереүенсә, ҡала халҡы һәм кескәйҙәр матур ял итһен өсөн төрлө саралар даими үткәрелә. Паркта “Күҙәтеү тәгәрмәсе”нән башлап төрлө аттракциондар, бәүелсәктәр, батут эшләй, теләүселәр махсус бассейнда кәмәлә йөрөй, балалар өсөн заман талаптарына яуап биргән уйын майҙансыҡтары булдырылған.
– Айына беҙҙең ял һәм мәҙәниәт паркына 45 меңдән ашыу кеше килә. Көндөҙ күберәк өләсәй-олатайҙар ейән-ейәнсәрҙәрен алып килһә, кис ғаиләләр ял итергә ярата. Ә бына йәштәр күберәк шәмбе һәм йәкшәмбе көндәрендә килә.
“Этно-төн” фестивалендә башҡорт йыр-моңдарынан алып рус, белорус, һинд, татар һәм башҡа милләттәрҙең йыр-моңо яңғыраны, бейеүҙәре ҡуйылды. Ә инде Заһир Зәйнетдиндең концерты сараның иң сағыу биҙәгенә әйләнде.
Фестивалдә ҡатнашыусылар өсөн төрлө йүнәлештәге ҡул эштәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәтелде. Мәҫәлән, Диана Йәнтилина ҡурсаҡтар эшләү серенә төшөндөрһә, Гөлнур Байғужина күндән төрлө әйберҙәр эшләргә өйрәтте. Күренекле психолог Рина Микрюкова балалар өсөн “Танграм” ҡытай уйынын тәҡдим итте, Магнитогорск ҡалаһынан Елена Фёдорова йога алымдары менән таныштырҙы. Йондоҙ Биксуринаның башҡорт ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәре лә күптәрҙең иғтибарын йәлеп итте.
Фестивалдең иң ҙур бүләген – донъяның теләгән иленә барыу өсөн 50 мең һумлыҡ сертификатты Сибайҙан Айгөл Алтынаманова отто.