Режиссер, сценарист Владимир Мотылдең исеме кино һөйөүселәргә “Белое солнце пустыни”, “Звезда пленительного счастья” фильмдарынан һуң таныла.
Халыҡ-ара “Һәр йөрәктә мөхәббәт” кинофестивалендә тап ошо күренекле шәхестең исемендәге приз булдырылған. Быйыл ҙур бүләккә башҡорт режиссеры Булат Йосоповтың “Бабич” фильмы лайыҡ булған.
Афарин, Булат Тимербай улы етәкләгән ижади төркөм!
Гөлнара Яруллинаның “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге шәхси сәхифәһенән