Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Редик Фәсхетдинов сәхнәлә ярты быуаттан ашыу баянсы булып эшләгәнендә икһеҙ-сикһеҙ донъяның ҡайһы ғына мөйөшөндә булмаған! Европа, Азия, Америка, Африка...
Гастролдәрҙең береһендә Африка джунглиҙарында аҙашып йөрөгәне ул ваҡытта ҡыҙыҡ булмаһа ла, бөгөн шул хәлде йылмайып иҫкә ала баянсы.
“Африкала бер урында сығыш яһағас, автобустар беҙҙе алып китергә көтөп тора. Ҡатыным (ул ансамблдә бейеүсе ине) менән төрлө автобустарҙа йөрөйбөҙ. Ни өсөн тигәндә, быға тиклем Ҡытайҙың бер автобусы шартлап, бейеүселәре һәләк булғайны, – тип хәтирәләргә бирелә ул. – Йәнәһе, шартлау була ҡалһа, беребеҙ ҡала.
Концерттан һуң бәҙрәфкә барып килгәнсе, автобустар киткән дә барған. Клубты бикләп торған негр, ҡулы менән генә иҙәп, юлды күрһәтте. Был бит экватор тирәһе, ҡояш баш осонда тора-тора ла 15 минут эсендә күҙгә күренеп байый ҙа ҡуя. Африканың ҡап-ҡараңғы урманында бер үҙем торҙом да ҡалдым. Ағас ботаҡтарындағы маймылдар муйындан, баштан һыйпап ҡала. Ҡуңыҙҙар шаҡ та шоҡ маңлайға килеп бәрелә. Иң ҡурҡҡаным — себен. Уларҙың тешләп үлтерә торғандары була, тип һөйләгәндәре бар.
Урманды сыҡтым, там-там тауышы ишетеп, шул яҡҡа йүгерҙем. Мине хатта, сит илгә ҡасҡандыр, тип уйлағандар".