Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
7 Сентября 2019, 18:58

Шул Салауатовтың ауыҙын емерә һуғығыҙ!

"Ниңә беҙҙән көләһең, бөтә халыҡ алдында оятҡа ҡалдырҙың! Күр ҙә тор бына, берәй аулаҡ урында ҡаҡ маңлайыңа сәпәп китәм мин һинең!”

Фото: bash.rbsmi.ruФото: bash.rbsmi.ru
Фото: bash.rbsmi.ru
Көлкө оҫтаһы Юнир Салауатов ниндәй генә мажараларға тарымай!
"Бер монологомдағы геройым Мәрхәбә исемле ине. Уның ире аҡты-күкте белмәй эсә, шуға ла зыҡ ҡубып талашалар, ҡатын ирен өйөнән ҡыуа, – тип һөйләй бер сығышы хаҡында Юнир ағай. – Көндәрҙең береһендә Бөрйәнгә ҡайтһам, Мәрхәбә исемле уҡытыусы тап булды ла прямо халыҡ алдында йөҙөмдән алды. “Ниңә беҙҙән көләһең, минең ирем шундаймы ни ҙә үҙем шундаймы, бөтә халыҡ алдында оятлы иттең. Башҡаса шул нәмәңде һөйләп йөрөйһө булма!” – тип енен сәсә. “Ул бит һин түгел”, – тип аңлатып ҡарайым, ҡайҙа ул ишетеү?! “Судҡа бирәм!” – тип сәрелдәпме-сәрелдәй, танау осонда йоҙроҡтарын уйната. Шул саҡ ҡайҙандыр ире килеп сыҡты ла: “Күр ҙә тор бына, берәй аулаҡ урында ҡаҡ маңлайыңа сәпәп китәм мин һинең!” – ти.
Тағы бер нәмә иҫкә төштө. Дүртөйлөлә концерт менән йөрөйбөҙ. Ҡапҡылап алайыҡ тип ҡайһы ғына ашханаға бармайыҡ, вис бикле. Башҡалар ҙа ҡайҙа барып ашарға белмәй пыр туҙып йөрөй. Баҡтиһәң, ҡалала партия хеҙмәткәрҙәренең ниндәйҙер семинары бара икән, шуға бүтәндәрҙе ашатмайҙар. Ошо турала ҡыҙыҡлы ғына сюжет әтмәләнем дә райондарҙа һөйләп йөрөйөм. Аҙаҡ Саҡмағош районы етәкселәре, шул Салауатовтың ауыҙын емерегеҙ, башҡаса ауыҙын йырып йөрөрлөк булмаһын, тип мәҙәниәт министрлығына килгән".
Көлөргә яратһаҡ та, көлгәнде яратып бармайҙар шул.
Читайте нас