15 – 20 октябрҙә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында Мостай Кәримдең 100 йыллығына ҡарата театраль декада үтә. Алты көн буйы әҙиптең "Беҙҙең өйҙөң йәме" (реж. М. Күлбаев), "Йәләлетдин атай" (реж. И. Муллабаев), “Тоҡ эсендәге бесәй” (реж. И. Ғиләжев), “Ҡыҙ урлау”, "Яуҙы еңгән мөхәббәт" (реж. М. Күлбаев), “Тылсымлы тирмән” (реж. М. Күлбаев) әҫәрҙәре буйынса спектаклдәр күрһәтеләсәк.
Театр Мостафа Сафа улының ижадына тәү тапҡыр 1995 йылда мөрәжәғәт итте. "Салауат. Өн ҡатыш ете төш" әҫәре буйынса “Салауат” спектакле (реж. А. Нәҙерғолов) ҡуйылғайны. Һуңынан төрлө йылдарҙа сыҡҡан “Ҡыҙ урлау” (реж. Б. Ибраһимов), “Ике хат” (реж. И. Сакаев), “Йәйәүле Мәхмүт” (реж. Р. Хәкимов), “Ташлама утты, Прометей!” (реж. А. Сафиуллин) спектаклдәрен тамашасылар яратып ҡабул итте.
Быйыл “Берҙәм Рәсәй” партияһы ярҙамы менән "Кесе Ватан мәҙәниәте" федераль партия проекты сиктәрендә әҙиптең 100 йыллығына ҡарата режиссер М. Күлбаев “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” әҫәрен сығарҙы. Халыҡ һөйөүен яулап өлгөргән был спектакль 26-27 сентябрҙә күрһәтелә. Театрға рәхим итегеҙ!