Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
10 Сентября 2019, 17:45

Радик Юлъяҡшиндың ғәйебе нимәлә?

"Эй Хәмдүш, насар һөйләһәләр ҙә, яҡшы тиһәләр ҙә – һөйөн..."

Фото: shahrichalli.ruФото: shahrichalli.ru
Фото: shahrichalli.ru
Яратҡан йырсыбыҙ Хәмдүнә Тимерғәлиева "Ватаным Татарстан" гәзитендә үҙенең башынан кисергәндәрҙе, бөгөнгө йәштәр хаҡында йыш һөйләй.
"Бик ауыр ваҡыттарҙа Илһам ағай миңә кәңәш бирә ине. "Эй Хәмдүш, насар һөйләһәләр ҙә, яҡшы тиһәләр ҙә - һөйөн, сөнки булған кешене генә һөйләйҙәр. Һөйләмәйҙәр икән, кәрәгең шул тиклем генә", – тигәне иҫтә.

Хәҙер бына Радик Юлъяҡшин тураһында нимә генә һөйләмәйҙәр. Булдыра сөнки! Беҙҙең йәштәргә ошо йырсы етмәгән булған, сөнки заман үҙгәрә, уның менән бергә ҡибла ла. Ә ул башта дискотекаһын үткәрә, унан концертын. Халыҡ артынан йөрөй, ә ул ябайлығын юғалтмай. Бик тәрбиәле егет, еңел-елпе малай түгел. Атайһыҙ үҫкән кеше ул, мин үҙен бәләкәйҙән беләм. 13 йәшендә Өфөлә киске дискотекаларҙа йырлап йөрөнө. Радиктың бөтә ғәйебе – йәштәрҙең уға тартылыуы. Тауышһыҙ, тинеләр. Тауышһыҙ кеше ун бишәр мең халыҡты йыя аламы? Мин уны беҙҙең Майкл Джексон тим. Теләйбеҙме беҙ, юҡмы, тормоштоң законы шундай: бөтә кешегә лә ярап бөтөп булмай”, - тип һөйләгән яратҡан йырсыбыҙ Хәмдүнә Тимерғәлиева.
Читайте нас