Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
11 Сентябрь 2019, 15:11

“Аҡҡош күле”нә барығыҙ!

Ә артабан ниндәй тамашалар көтә?

Фото: "Башинформ".Фото: "Башинформ".
Фото: "Башинформ".
Сентябрь, ғәҙәттәгесә, төрлө мәҙәни сараларға бай. Шуларҙың береһе – бер ай буйына тиерлек Өфөлә Рудольф Нуриев исемендәге Халыҡ-ара балет фестивале үтә.
Баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары һәр кис төрлө балет спектаклдәрен ҡарау бәхетенә эйә. Үткән көндәрҙә “Шәхерезада”, “Шопениана” кеүек бер актлы балеттар ҡуйылһа, бөгөн Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында “Аҡҡош күле” уйналасаҡ. Ҡуйыусы хореографы – СССР-ҙың халыҡ артисы, Мәскәү ҡунағы Юрий Григорович.
13 сентябрь балет фестивален Ариф Меликовтың “Мөхәббәт хаҡында легенда”һы дауам итһә, 15 сентябрь был сараға ярашлы гала-концерт үтәсәк. Ул шуныһы менән үҙенсәлекле – концертта Рудольф Нуриевтың репертуарына бәйле номерҙар буласаҡ, яҡташыбыҙҙың тормош юлы һәм ижады яҡтыртыласаҡ.
Читайте нас