20 сентябрҙә сәғәт 5-тә Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзында шағирә Айгөл Йәмилеваның “Ҡапма-ҡаршылыҡтар...” тип аталған китабының исем туйы үтә. Сарала автор шиғырҙарын уҡыясаҡ, ижадҡа аяҡ баҫҡан мәлдәре хаҡында һөйләйәсәк.
Исем туйында шулай уҡ Айгөл Йәмилева шиғырҙарына яҙылған йырҙарҙы Тимур Ямалов, Миңзәлә Яхина, "Дан" төркөмө, Альбина Шәмсетдинова башҡарасаҡ.
"Ҡыл" , "Ҡош юлы” ижади хәрәкәт ағзалары ҡатнаша. "Ҡапма-ҡаршылыҡтар..." Нимә һуң? Кешенең эске донъяһында барған көрәшме? Әллә тормош юлында осраған ҡаршылыҡтармы? Бәлки, икеһе лә бергә әҙәм балаһына үҫеш өсөн бирелгәндер?
Бына ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап эҙләйәсәк был кисә.