Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
13 Сентябрь 2019, 17:30

“Мин тымыҡ күл була алмайым”

“Зөләйха күҙҙәрен аса” китабы буйынса илдең төрлө театрҙары тамашалар ҡуйҙы, хатта кино төшөрөлдө. Уларҙың барыһын да ҡарағас, китап авторы Гүзәл Яхина Римма Ҡаһарманованы иң йомшаҡ Зөләйха тип атаған. М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы, Баймаҡ ҡыҙы Римманы республика һәм күрше төбәктәр тамашасыһы әллә ҡасан яратып өлгөрҙө. Уның тыуҙырған образдары һәр ваҡыт уйландыра, төрлө хистәр уята, күңелдә ҡала. Бөгөн уның менән әңгәмә ҡороп, бер аҙға булһа ла сихри театр донъяһына сумырға булдыҡ.

Киләсәктә тәрән, интеллектуаль ролдәр уйнарға теләй актриса.


“Зөләйха күҙҙәрен аса” китабы буйынса илдең төрлө театрҙары тамашалар ҡуйҙы, хатта кино төшөрөлдө. Уларҙың барыһын да ҡарағас, китап авторы Гүзәл Яхина Римма Ҡаһарманованы иң йомшаҡ Зөләйха тип атаған. М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы, Баймаҡ ҡыҙы Римманы республика һәм күрше төбәктәр тамашасыһы әллә ҡасан яратып өлгөрҙө. Уның тыуҙырған образдары һәр ваҡыт уйландыра, төрлө хистәр уята, күңелдә ҡала. Бөгөн уның менән әңгәмә ҡороп, бер аҙға булһа ла сихри театр донъяһына сумырға булдыҡ.


– Римма, ни эшләп тап ошо һө­нәрҙе һайланың? Әллә нәҫелегеҙҙә артистар бармы?

– Интервью алғанда ошо һорауҙы йыш бирәләр. Ә мин яуап бирә алмайым да ҡуям, сөнки үҙем дә белмәйем. Ҡасан теләк тыуғандыр, уныһын да аныҡ ҡына әйтә алмайым. Ғаиләбеҙҙә, ғөмүмән, артистар юҡ. Әсә­йем яғынан уҡытыусылар династияһы, атайым яғынан – ауыл эшсәндәре. Ябай ғына ауыл ҡыҙында бындай уйҙар нисек һәм ҡасан тыуғандыр. Унда бит түңәрәктәр ҙә, өйрәтеп, кәңәш биреүсе лә булманы. Бер тапҡыр телевизорҙан Сибай филармонияһының асылыуы тураһындағы сюжетты ҡарағас, ундағы тантаналы мөхитте һиҙҙем, бөтәһе лә шундай матур, ихлас йылмая, бәхетле кеүек. Их-х-х, тип һоҡланып ҡараным, минең дә шундай урынға барғым, ошо тантананың уртаһында булғым килгәнен аныҡ хәтерләйем. Шул ваҡытта тәүге уйҙар тыуғандыр, моғайын.
– Һин хис-тойғоға бай кешеме? Хәйер, эмоцияһыҙ артист булып булмайҙыр...

– О, кемдә-кемдә, ә миндә хистәр ҡайнап тора. Шунһыҙ йәшәй ҙә, эшләй ҙә алмайым. Мин бәләкәй саҡтан тормошта эмоциональ көсөргәнешле ваҡиғалар эҙләй торғайным. Әҙерәк кенә ҡыҙғаныс хәл булһа йәки берәйһенә үпкәләһәм – ошо юҡ ҡына нәмәне лә ҙур ваҡиғаға еткерә инем. Ҡайғырам, ваҡиғаларҙы ҡуйыртам, эстән янам-көйәм, өҙгөләнәм. Һәм шулай юғарыға еткереп кисерһәм, үҙемә рәхәт булып китә. Йә ныҡ итеп илап алам, йә артыҡ шатланам, һәр хәлдә ҡәнәғәтлек кисерәм. Шул хис-тойғоло мәлдәр мине нисектер байыта ине. Ошо бала саҡтан килгән холҡом мине әле лә оҙата, тормошомда булған төрлө осраҡтарҙы еңел генә кисерә алмайым. Әлбиттә, сәхнәлә уйнау өсөн был ыңғай сифат тип уйлайым.
– Театр артисына тағы ниндәй сифаттарға эйә булырға кәрәк тип иҫәпләйһең?

– Әйткәндәй, тағы бер бала саҡтағы сифатым миңә ярҙам итте. Бәләкәйҙән кешеләрҙе күҙәтергә яратам. Уларҙың нимә һөйләгәнен иғтибар менән тыңлай, үҙ-ара мөнәсәбәттәрен күҙләй инем. Айырыуса ауыл инәйҙәрен яратам. Аҙаҡ ошо һөнәрҙе һайлап, уҡый башлағас, уҡытыусылар беҙгә кешене күҙәтә белеү мөһим әйбер тип өйрәтте. Миңә кешенең яҙмышы, ниндәйҙер тарихы ғына түгел, ә уның үҙе ҡыҙыҡ.
– Тимәк, актерлыҡ һөнәрен һайлағаныңа үкенмәйһең? Ҡатын-ҡыҙ өсөн ауырыраҡ түгелме? Кисен өйҙә булмайһың, балаларҙы ҡалдырып гастролдәргә сығып китергә кәрәк.

– Ҡайҙан инде ул үкенеү. Киреһенсә, ҡыуанып бөтә алмайым. Мин булмышым менән өй ҡатыны түгел, йылы аштар бешереп, йорт йыйыштырып ҡына ултыра алмайым. Иң күбе өс көнгә түҙәм дә тиҙ ялҡам. Бер ниндәй ҙә ваҡиғалар булмаһа, оҙаҡлап тыныс ҡына ятып ташлаһам, үҙ-үҙемде ашай башлайым, миңә нимәлер етмәгән кеүек. Энергиямды сығарырға кәрәк. Бының өсөн иң ҡулайы – ҙур сәхнә. Беҙҙең һөнәр – ҡатын-ҡыҙ өсөн иң яҡшыһы, тип уйлайым. Беренсенән, даими рәүештә үҙеңде ҡарайһың, тота беләһең. Икенсенән, әлеге лә баяғы шул энергияны сығарып тороу сығанағы ла бит ул театр. Ҡатын-ҡыҙ үҙенән үҙе ҡәнәғәт икән, уның тирә-яғындағылар ҙа, балалары ла тыныс була. Кешегә бәхетле булыу өсөн эштән тыш яратҡан хобби ла кәрәк, тиҙәр. Ә минең эшем үҙе хобби кеүек. Өҫтәп шуның өсөн аҡса ла түләйҙәр бит әле (көлә).
– Актерлыҡты “шул да булдымы һөнәр” тип ҡараған кешеләр ҙә осрай. Ә ундай һәләт еңел генә биреләме икән?

– Беҙҙең һөнәрҙе арзанайтҡан мәлдәрҙә мин ныҡ әрнейем. Эйе, тамашасының аңламауы ла ихтимал, “нимәһе бар инде”, тип әйткәндәрен дә ишеткән бар. Ә бына ҡайһы бер актерҙар үҙҙәре: “Эй-й, нимә инде ул, уйнап-йырланың да сыҡтың”, – ти. Тимәк, ул үҙе һөнәренә еңел-елпе ҡарай булып сыға. Улай булырға тейеш түгел. Һәр актерҙың образы, роле өҫтөндә нисек эшләүе күренеп тора. Әллә тамашасылар һиҙмәй тип уйлайһығыҙмы? Барыһын да күрәләр. Бер үк ролде бер нисә актерҙың башҡарыуы ихтимал. Шул уҡ һүҙҙәр, хәрәкәттәр, әммә энергетика, эстәге кисерештәр – барыһы ла айырыла.
– Режиссерҙар менән мөнәсәбәт нисек ҡорола? Актерға уның менән уртаҡ тел табыу бик кәрәк сифаттыр?

– Әлбиттә. Беҙҙең коллективта, шөкөр, һәр ваҡыт уртаҡлыҡ табырға тырышабыҙ. Режиссерыбыҙ, етәк­себеҙ Айрат Әхтәм улы Абушахманов менән даими фекер алышып, бер-беребеҙҙе тулыландырып эшләй­беҙ. Күҙ алдына килтерегеҙ: режиссерҙы ниндәй ҙә булһа бер проблема борсой, ул шуны спектаклдә күтәреп сығырға тырыша. Ә бына мине ул борсомай, ти. Нисек уйнарға һуң? Шуға күрә бер ҡарашлы булырға тейешбеҙ. Үҙ ҡарашын нисек аңлатыуы, идеяһы менән актерҙарҙы дәртләндерә, тоҡандыра белеүе режиссерҙан тора. Шул уҡ ваҡытта беҙ ҙә һәр яңылыҡҡа асыҡ булырға, ҡабул итә белергә тейешбеҙ. Шулай ҙа була: ҡайһы бер персонаж, уның донъяға ҡарашы менән риза түгелһең, тик уйнарға кәрәк. Һәр ваҡыт үҙеңә оҡшаған образды ғына уйнап булмай бит. Был саҡта инде уны аңларға тырышаһың, уның ни эшләп шундай булыуына, шундай ҡылығының сәбәбен табаһың. Теләһәң, һәр образды аҡлап була ул. Кире геройҙарҙы башҡасараҡ итеп, ниндәйҙер бер тәнҡит менән, унан көлөңкөрәп тә уйнап була. Ғөмүмән, юлдары күп уның. Шуға күп төрлө һәм ҡыҙыҡлы бит ул беҙҙең һөнәр.
– Һинең ҡайҙа уҡығаның тура­һында һораманым да шикелле...

– Ауылда туғыҙынсы класты тамамлағас, Сибай педагогия колледжына уҡырға индем. Балаларҙы яратҡас, уҡытыусы йә тәрбиәсе булғым килә ине. Унда ике йыл уҡығандан һуң яңылышыуымды аңлап, ул саҡта З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһына (әле институт) күстем. Мин ғүмерем буйы уҡытыусы­ла­рымдан уңдым. Колледжда, мәҫәлән, уҡытыусылар буласаҡ уҡытыу­сыларҙы уҡыта. Улар үҙ һөнәренә шул тиклем ҙур һөйөү менән дәрес бирә ине. Әле һаман күңелемдә уйылып ҡалғандар. Аҙаҡ академияла ла бөйөк уҡытыусыларҙа белем алыу бәхете тейҙе. Әйткәндәй, аҙаҡ ситтән тороп педагогия колледжын да тамамлап ҡуйҙым, шуға минең икенсе һөнәрем дә бар, мин – уҡытыусы.
– Әсәйем дә уҡытыусы, тигәй­нең. Ул да күпте биргәндер һиңә. Актриса булып китеүеңдә уның да йоғонтоһо булғандыр?

– Мин әсәйемә шул тиклем рәхмәт әйтәм. Белеп тораһығыҙ бит инде, ауылда тауыҡ сүпләһә лә эш бөтмәҫ. Ә бына әсәйем мине йәлләне. Эйе, ауыл ҡыҙҙарына хас ябай эштәрҙе башҡара инем: иҙән, ҡашығаяҡ йыуам, өй йыйыштырам. Ә бына һыйыр һауыу, икмәк бешереү, һыу ташыу, бесән сабыу кеүек ауырҙарын эшләтмәнеләр. Барыһына ла өйрәтте ул әсәйем, тик яҡын йөрөтмәне. “Ғүмерең алда әле, өлгөрөрһөң, үҙ йәшеңдең тәмен бел”, – тип әйтә торғайны. Ошо яҡтан мин әсәйемә ысынлап рәхмәт әйтәм. Ул минең күңелемдең нескә, юғарыға ынтыл­ғанын белә тороп, мине ҡатырманы, әрһеҙләмәй үҫтерҙе, ауыр эш менән баҫманы. Миндә матурлыҡҡа, әҙәбиәткә, музыкаға, ижадҡа һөйөү уятты. Әле уйлайым да, ҡайһы бер нәмәләрҙе иртәрәк әйтһә, онотолор, аҙағыраҡ өйрәтһә, һуң булыр ине. Барыһы ла бик ваҡытлы, мин ҡабул итергә һәм күңелемә һеңдерергә әҙер саҡта бирҙе ул.
Хәҙер атайым менән әсәйем Өфөгә күсеп килделәр. Минең иң төп таянысым улар. Балаларымды ҡара­шырға һәр ваҡыт ярҙам итәләр. “Эшең бар саҡта, ҡыҙым, эшләп ҡал, беҙ яныңда”, – тип кенә торалар. Ҡыҙым Әминә менән улым Әмирхан өләсәй-олатайлы бәхетле балалар булып үҫә.
– Әйҙә, ролдәрең тураһында ла һөйләшеп алайыҡ. Шул уҡ Зөләй­ханы, мәҫәлән, ярат­аһыңмы?

– “Зөләйха күҙҙәрен аса” – бик уңышлы спектаклдәрҙең береһе, әлбиттә. Төп героиняны уйнауға ике йыл ваҡыт үтеп китһә лә, мин уның өҫтөндә һаман уйланам, эш бер ҡасан да туҡталмай. Их, бына шул ере барыбер нисектер күңелемә ятманы, был юлы нисегерәк итеп башҡарырға икән, тигән уйҙар һәр спектакль һайын баштан сыҡмай.
Ҡайһы бер ролдәр башта бик оҡшап етмәһә лә, эшләй-эшләй ҡәҙерле булып китә. Миңә ҡалһа, ни тиклем ауыр булһа, шул тиклем ҡыҙығыраҡ. Шулай уҡ “Джут” спектаклендәге Сауле роле лә – күп көс талап иткәндәрҙең береһе. Ошо ролдәрем күп көсөмдө ала, өҫтөндә һәр ваҡыт эшләй, уйлай торғандары, шуға күрә иң яратҡандары.
Ғөмүмән, ниндәй генә роль булмаһын, һинән, актрисанан, таҙа, сәләмәт энергетика килеп торорға тейеш. Уны башҡаларға бүләк итер өсөн үҙең һуғарылырға тейешһең. Ыңғай тойғоларҙы мин тормоштан алам. Бына юлда әбей тора, үҙенә кәрәкле дауаханаға барып етә алмай, юл һорай. Һинең ваҡытың булып, уны оҙатып ҡуйһаң, өлкән кеше лә ихлас ҡыуана, үҙең дә бынан ҡәнәғәтлек тойғоһо кисерәһең. Хатта яңы бәлеш бешереп өйҙәгеләреңде ҡыуандырһаң да һәйбәт. Бәләкәй генә яҡшылыҡтар, шәфҡәтлелек ныҡ байыта бит ул күңелде!
– Ә кире эмоциялар кисергән саҡта нисек? Ролгә йоғонтоһо юҡмы?

– Тормош гел ыңғай ғына бармай. Күңелһеҙ осраҡтар була, ауыр һүҙҙәр ишетәһең, эшең барып сыҡмай, йәнең көйә. Миңә ҡалһа, кәйеф яҡшы булһа ла, насар булһа ла, был тороштарым ролгә бик һәйбәт йоғонто яһай. Ә бына күңел буш булһа, минең өсөн иң ҡурҡынысы шул. Битарафлыҡ, ғәмһеҙ күңел торошо – иң насары. Мин тымыҡ күл була алмайым. Тымыҡ күл еҫләнә, ҡортлай башлай бит.
– Киләсәктә ниндәй ролдәр уйнағың килә?

– Һөнәрем үҙгәреп тора, үҫешә. Жанрҙар ҙа үҙгәрә. Милли театрға яңылыҡ алып килеү ауырыраҡ, әлбиттә. Тамашасы беҙҙе аңлармы икән тип гел уйлайбыҙ. Беҙҙең халыҡ мелодрамалар, йырлы-моңло комедиялар ярата. Беҙгә ике кәмә ҡойроғон бер юлы тоторға – заман театрынан да ҡалышмаҫҡа, милләтте лә уйларға кәрәк. Ролдәргә килгәндә, тәрән, интеллектуаль, аҡыл талап иткән ролдәрҙе уйнап ҡарағы килә. Мәҫәлән, Чеховтың пьесалары шундай.
– Римма, әңгәмәң өсөн ҙур рәхмәт, уңыштар һәм яратҡан ролдәр теләйем һиңә!
Читайте нас