Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
13 Сентябрь 2019, 13:45

Режиссер Роман Пожидаев – яҙыусы Хәниф Кәримдең ейәне

Фильмда ул Мәрзиә өләсәһе яҙмышы тураһында һөйләй. Атаһы менән бергә Бөйөк Ватан һуғышына юллаған ҡыҙ бала – бәләкәй Мәрзиә, санитар поезда эшләп, һуғыш юлын үтә. Ә инде яуҙан һуң, 1946 йылда полктары таратылғас, йәшел күҙле һылыу ҡыҙҙы политрук, башҡорт шағиры алып ҡайта, кәләш итеп ала.

Фото Роман Пожидаевтың шәхси сәхифәһенән
Фото Роман Пожидаевтың шәхси сәхифәһенән
IV халыҡ-ара "Көмөш Аҡбуҙат” фестивале шаулап-гөрләп, Башҡортостан данын ғәм халыҡҡа таратып үтеп тә китте. Сарала башҡорт режиссерҙарының да һигеҙ фильмы күрһәтелде. Фестиваль хаҡында беҙ даими рәүештә гәзитебеҙҙең сайтында яҡтыртып барҙыҡ.
Башҡорт режиссеры Роман Пожидаевтың "Аҡ ҡарҙар яуғанда..." фильмы тураһында һөйләнек. Әйткәндәй, был ҡыҫҡа метражлы кино Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының махсус бүләктәренә лайыҡ булды. Төп ролде башҡарған Башҡортостандың халыҡ артисы Нурия Ирсаева “Алда нур сәс халҡыңа” миҙалына лайыҡ булды. Ә режиссерға башҡорттоң ҡамсат бүреге тапшырылды.
Бына ошо хаҡта “Бәйләнештә” социаль селтәрендә шатлығы менән уртаҡлашты режиссер Роман Пожидаев. Ул үҙенә күптән хыялланған ҡамсат бүрек бүләк итеүҙәренә сикһеҙ ҡыуаныуын, башҡорт телен өйрәнеүен дә хәбәр итә.
Фильмда ул Мәрзиә өләсәһе яҙмышы тураһында һөйләй. Атаһы менән бергә Бөйөк Ватан һуғышына юллаған ҡыҙ бала – бәләкәй Мәрзиә, санитар поезда эшләп, һуғыш юлын үтә. Ә инде яуҙан һуң, 1946 йылда полктары таратылғас, йәшел күҙле һылыу ҡыҙҙы политрук, башҡорт шағиры алып ҡайта, кәләш итеп ала. Улар икеһе лә – һуғышты Берлинға тиклем уҙған кешеләр.
Роман фильмда һуғыш юлын үтеп, тыныс тормошта берҙән-бер улын юғалтҡан өләсәһенән ауыр ҡайғыны йәшәреүҙәре тураһында һөйләй.
Фильмдың сценарий авторы Зөһрә Бураҡаева, операторы Ильдар Бикмәтов, композиторы Владислав Савватеев, рәссамдары Евгений Крупин һәм Эльвира Ғайсина.
Читайте нас