Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
14 Сентября 2019, 09:56

"Их, атай-әсәйем дә ошо мәлде кисерһә икән..."

Миңә: "Вәсилә, Ҡазанда һине беләләр, хәҙер унда билдәле йырсыһың", – тип әйтә торғайны. Мин быға ышанманым, шаярта тип уйланым.

Фото "Бәйләнештә" сайтынан.Фото "Бәйләнештә" сайтынан.
Фото "Бәйләнештә" сайтынан.
"Тыуған яҡ", "Яңғыҙ миләш", "Елдәр"... Был йырҙарҙы Вәсилә Фәттәхова башҡара торғайны.


Ғүмере үтә иртә өҙөлгән моң эйәһенең йырҙарын халыҡ әле лә яратып тыңлай. Уларҙың һәр береһе – үҙе бер тарих. Шулай ҙа "Тыуған яҡ" – яҙмышында ҙур әһәмиәткә эйә булған йырҙарҙың береһелер, моғайын.


Был хаҡта уның авторы, композитор Урал Рәшитов: "Бер көн дискка яҙылған "Тыуған яҡ" йырын радиоларға алып барҙым. Иң күренеклеләрҙең береһенә алманылар. Баян моңон да өҫтәргә тәҡдим иттеләр. Шулай ҙа икенсе көн "Тыуған яҡ" йыры Ҡазанды уятты. Иртәнге һигеҙҙәрҙә эфирға бирҙеләр", – тип хәтирәләргә бирелә.


Вәсилә Фәттәхова үҙе: "Ул яҙмышымды хәл иткән йырҙарҙың береһе булды, – тигән. – Тиҙ популярлашып китте. Урал ағай был йырҙы Татарстанға үҙе алып барҙы. Миңә: "Вәсилә, Ҡазанда һине беләләр, хәҙер унда билдәле йырсыһың", – тип әйтә торғайны. Мин быға ышанманым, шаярта тип уйланым.


Шулай Ҡазанда концерттан һуң бейеүсе ҡыҙҙар менән Бауман урамынан китеп барабыҙ. Урамдың бер башынан икенсеһендә "Тыуған яҡ"ты яңғыраталар. Был ваҡытта йырҙың халыҡҡа етеүенә шул тиклем шатландым. Хатта уны мин башҡарам бит әле тип тә уйламаным. Күҙҙәремә йәш килде. Их, атай-әсәйем дә ошо мәлде кисерһә икән..."
Читайте нас