Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
15 Сентября 2019, 10:02

Афарин, ҡәләмдәш!

Айгиз Баймөхәмәтов ижадын донъя әҙәбиәте фәненән өйрәнәләр.

Автор фотолары.Автор фотолары.
Автор фотолары.
Йәш быуын яҙыусыларын Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Айгиз Баймөхәмәтовтың ижады халыҡ-ара кимәлгә күтәрелде.
Уның яҙғандарын туғандаш төрки халыҡтар өйрәнә. Мәҫәлән, Ҡырғыҙстан мәктәптәрендә "Донъя әҙәбиәте" фәненән Айгиздең "Ҡалдырма, әсәй!" повесынан өҙөк индерелгән.

Афарин, ҡәләмдәш! Донъя кимәленә сығырлыҡ яҙҙың, хәҙер тәрәнлек һәм киңлекте яуларға яҙһын!
Айгиз Баймөхәмәтов ижады башҡорт әҙәбиәтен донъя аренаһына алып сығыу өсөн был замандың күпере булыуы ла ихтимал.
Читайте нас