Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
15 Сентября 2019, 07:57

Айгизде шаҡ ҡатырғандар

– Бөгөнгө иң популяр ҡаҙаҡ яҙыусыһы кем?– Айгиз Баймөхәмәтов!

Фото яҙыусының социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.Фото яҙыусының социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.
Фото яҙыусының социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.
Был көндәрҙә йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов Ҡаҙағстанда осрашыуҙарҙа йөрөй. Билдәле булыуынса, һуңғы арала уның ҡаҙаҡтар менән бәйләнеше бермә-бер арта бара, ҡаҙаҡ телендә китаптары донъя күреп тора.
– Осрашыу йәнле бара, – тип шатлығы менән уртаҡлашты яҙыусы. – Балалар ҙа, өлкәндәр ҙә китаптарымды белә, ҡыҙыҡһыналар, һорау бирәләр. Бер мәктәптә бигерәк ҡыҙыҡ хәл булды. Уҡытыусы балаларға: "Бөгөнгө иң популяр ниндәй ҡаҙаҡ яҙыусыларын беләһегеҙ? - тип һорағас, бер уҡыусы:"Айгиз Баймөхәмәтов! Ул "Ҡалдырма, әсәй!"ҙе яҙған", – тип шаҡ ҡатырҙы.
Хәйерле сәфәр, Айгиз! Иҫән-һау йөрөп ҡайт!
Читайте нас