Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
15 Сентябрь 2019, 23:06

Машка ниңә һауҙырмай?

Атайым өйҙәгеләрҙе: "Килен үпкәләр, һыйырға берүк Машка тип әйтә ҡуймағыҙ", – тип киҫәтеп ҡуя...

Фото йырсының социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.
Фото йырсының социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.
Башҡортостандың халыҡ артисы Вәхит Хызыровтың йәмәғәте рус милләтенән булыуы күптәргә мәғлүмдер. Бер мәл йырсы ауылға кәләшен күрһәтергә алып ҡайта.
"Беҙҙең яҡта һыйырҙарға – Машка, үгеҙҙәргә Мишка тип исем ҡушалар. Атайым өйҙәгеләрҙе: "Киленегеҙ үпкәләр, һыйырға берүк Машка тип әйтә ҡуймағыҙ", – тип киҫәтеп ҡуя. Бына әсәйем һыйыр һауырға сыға, ә ул икенсе исемгә әйләнеп тә ҡарамай, һауырға яҡын да килтермәй. Шунан кәләшемә ысынбарлыҡты аңлатырға тура килде", – ти йырсы.
Һәүкәш үҙ исемен ишеткәс, ни эшләгән тиһегеҙме? Ул көндә һөттө хатта күберәк тә биргән, ти. Хайуандарға ла үҙ исеме ҡәҙерле.
Читайте нас