18 сентябрҙә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл тулыуға арналған "Башҡортостандың тарихи биттәре" халыҡ ижады фестиваль-марафоны сиктәрендә Сибай ҡалаһы таланттары сығыш яһай.
Сәхнәлә Сибай концерт-театр берекмәһе һәм Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры артистары, ҡаланың иң яҡшы ижади коллективтары сығыш яһаясаҡ. Фойела милли ризыҡтар һәм сувенирҙар, сәнәғәт ойошмалары тауарҙары күргәҙмәһе, Сибайҙың данлы үткәнен һәм бөгөнгөһөн сағылдырған экспозиция тәҡдим ителәсәк.
Сибай оҫталарының йыр-моңдарын тыңлап, дәртле бейеүҙәр ҡарап, күңелегеҙгә ял алып ҡайтығыҙ, дуҫтар!