Айгөлдөң шиғриәте күптән үҙ уҡыусыларын тапҡан. Уның һәр шиғырын түҙемһеҙлек менән көтөп алалар. Шиғырҙарҙы видеоға уҡып төшөрөп һалырға яратыусылар һәм рок-йырсылар бигерәк тә. Шуғалыр ҙа Айгөлдөң тиҫтәнән ашыу шиғыры видеоформатта һәм көйгә һалынып яңғырай.
Әммә йәш шағирә өсөн ҡәләм тибрәтеү – дан яулау түгел, ә бары тик күңел талабы. Рок йырҙар бөтәһенә лә оҡшап етмәгән кеүек. Шағир, прозаик, драматург Мөнир Ҡунафин әйтмешләй, Айгөлдөң “рок шиғырҙар”ы ла һыҙланыуҙары, уйланыуҙары, был донъяны сикһеҙ яратыуы һәм уның менән килешеп етмәүе аша дәфтәр биттәренә төшә. Яһалмалыҡ юҡ унда.
Хәйер, тура һүҙле, ирек яратҡан кешегә ни өсөн күңелдә булмаған хистәр тураһында шиғырҙар яҙып ҡыланырға? Бөгөнгө заман былай ҙа ҡат-ҡат битлектәр кейеп йөрөгән, күңелендәге хистәрен нисек тә булһа күрһәтмәҫкә тырышҡан, бары тик шәхси уңыш артынан ҡыуған кешеләр менән тулған... Ә Айгөлдөң шиғриәте шул тиклем ихлас, хатта аптырап та ҡуяһың: тағы кем ошолай үҙенең күңел кисерештәрен бөтә кешегә асып һала ала?! Бының өсөн ныҡ ҡыйыу булырға кәрәк. Шәхси кисерештәр аша кешелекте матурлыҡҡа, камиллыҡҡа әйҙәү – ысын шиғриәттең күрһәткесе ул! Тап ошондай шиғриәттә, хистәр тәрәнлеге һәм образдар байлығы менән һуғарылған шиғриәттә, һәр кеше күңеленең төбөндә, йөрәгенең түрендә янған, ҡайнаған, шашҡан хистәренә йыуаныс таба, төн йоҡоһо бирмәй башында ярһыу айғыр кеүек сапҡан уйҙарын йүгәнләй... Шуға күрә Айгөл Йәмилеваның тәүге айырым шиғырҙар йыйынтығы сығыуы – шағирәнең үҙе өсөн генә түгел, ә уның шиғриәтен үҙ итеүселәргә лә оло ваҡиға!
Айгөлдөң “Ҡапма-ҡаршылыҡтар” тип аталған китабында күпселеге 17-18 йәштәрендә яҙылған шиғырҙары урын алған. Уларҙа йәш ижадсы дуҫлыҡ, ысын мөхәббәт, яҡты өмөт, йәшлек хистәрен, кисерештәрен сағылдыра. Ш. Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты, шағирә Лариса Абдуллина уның тураһында: “Мин белә-белгәндән ул – шағирә”, – тине. Ысынлап та, Айгөлдө – шиғриәтһеҙ, хәҙерге заман шиғриәтен Айгөлһөҙ күҙ алдына ла килтереүе ауыр. Республикабыҙҙа йәштәр араһында ниндәй генә шиғри кисәләр уҙмаһын, уның төп ойоштороусыһы гел Айгөл Йәмилева була.
Бына инде нисәнсе йыл рәттән көҙҙөң һыуыҡ, ямғырлы көндәрендә күңелдәрҙе йылытҡан “Көҙгө нағыш... әллә һағыш?” шиғри-музыкаль кисәһе, республикабыҙҙың төрлө төбәктәрендә, республикабыҙҙан ситтә йәшәүсе яңы башлап ҡәләм тибрәткән йәш ижадсыларға ныҡлы ҡанаттар ҡуйыусы “Ҡош юлы” бард-фестивале сиктәрендәге шиғриәт бәйгеһе, шул уҡ “Ҡош юлы” хәрәкәте ойошторған “Төнгө ултырыш”тарҙа шағирҙарҙың сығышы, төрлө шиғри фатирниктар...
Был кисәләрҙе Айгөл һис тә үҙен күрһәтеп ҡалыу өсөн ойоштормай, әлбиттә, бары тик шиғриәтте балҡытыр өсөн. Башҡорт шиғриәтен! Башҡорт шиғриәте бар һәм киләсәктә лә буласаҡ, тигәндәй, Айгөл шиғриәттә яңы исемдәр аса, үҙҙәрендә ышаныс уята һәм улар яңғыҙ түгел икәнлеген күрһәтер өсөн йәш шағирҙарҙы бергә туплай. Ул – хәҙерге заман башҡорт шиғриәтен алға әйҙәүсе шәхес. Рухлы, ирекле. Йәш шағирҙарҙың “Ҡыл” хәрәкәтен ойоштороуы һәм уның уставында хәрәкәттең азатлығы тураһында яҙып ҡуйыуы ғына ла ни тора?! Был – үҙенә күрә революция. Башҡорт шиғриәтен яңы кимәлгә күтәреү, шиғриәттә ҡалыплашҡан формаларға ҡаршы көрәш. Уйлап ҡараһаң, Айгөлдөң тотош ғүмере – көрәш. Ниндәй генә һынауҙар, ҡыйынлыҡтар һәм кәртәләр аша үтһә лә, ул һаман күңел сафлығын, изгелеген, донъяға, кешелеккә булған һөйөүен юғалтмай. Донъя уның иңдәрен нығыраҡ баҫҡан һайын, ул, киреһенсә, арҡаһын турараҡ тота. Үҙе әйтмешләй, феникс ҡошо һымаҡ көлгә ҡалған саҡтарында ла ҡайтанан терелә! Бына ҡайҙа ул шағирәнең ҡапма-ҡаршылыҡлы үҙенсәлеге.