Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
17 Сентября 2019, 09:59

Дин һәм ижадсылар тарихы йылъяҙмасыһы

Журналистарҙың мәртәбәле премияһына “Кызыл таң” гәзитенең сәйәсәт бүлеге мөдире Фәнүз Хәбибуллин үҙе эшләгән баҫмала йыл дауамында донъя күргән тарихи һәм дини тематикалағы мәҡәләләр циклы өсөн күрһәтелде. Был осраҡлы түгел, сөнки ҡәләмдәштең оҙайлы ижадында әлеге йүнәлештәр өҫтөнлөклө булып ҡала.

Журналистарҙың мәртәбәле премияһына “Кызыл таң” гәзитенең сәйәсәт бүлеге мөдире Фәнүз Хәбибуллин үҙе эшләгән баҫмала йыл дауамында донъя күргән тарихи һәм дини тематикалағы мәҡәләләр циклы өсөн күрһәтелде. Был осраҡлы түгел, сөнки ҡәләмдәштең оҙайлы ижадында әлеге йүнәлештәр өҫтөнлөклө булып ҡала.


Тарихи күҙлектән яҙа


Тәжрибәле журналистар араһында күптәренең яратҡан, быға өҫтәп, ҡәләме лә “ятҡан” темалары бар. Фәнүз Хәбибуллин дини тематиканы үҙ итә. Әйткәндәй, был йәһәттән ул үҙен ныҡлы әҙерлекле дин белгесе итеп тә танытты. Илебеҙҙең дини белем биреү өлкәһендә иң абруйлы уҡыу йорттарының береһе — Өфөләге Рәсәй Ислам университетын тамамланы һәм алған белемдәрен республика матбуғатында дин донъяһын яҡтыртыуҙа һөҙөмтәле ҡуллана. Әлеге йүнәлештә Фәнүз Хәбибуллиндың тырышлығы менән “Кызыл таң” гәзитендә “Иман” сәхифәһен сығарыу, был рубрикала мәҡәләләр биреү ҙә яйға һалынды. Айға бер тапҡыр донъя күргән сәхифәлә республикабыҙ мәсеттәренең эшмәкәрлеге, Ислам тәғлимәте, дини тәрбиә тураһында бай мәғлүмәт бирелә. Мәҫәлән, быйыл июлдә Шишмә районында Башҡортостан мосолмандарының сираттағы 16-сы йыйыны үтте. Ошо уңайҙан “Кызыл таң” хәбәрсеһе Фәнүз Хәбибуллин “Иман” сәхифәһендә әлеге сара тураһында бай мәғлүмәтле мәҡәлә менән сығыш яһаны.
Мосолмандар йыйыны сиктәрендә Ирек ауылында мәсет асыу тантаналары үтте, унда Баш мөфтөй Тәлғәт хәҙрәт Тажетдин да ҡатнашты. Автор мәҡәләһендә ваҡиғалар ағышын бәйән итеү менән генә сикләнмәйенсә, мәсеттәр эшмәкәрлегенә бәйле проблемалар тураһында фекерҙәре менән уртаҡлаша, был уңайҙан киң йәмәғәтселекте борсоған һорауҙарға яуаптар эҙләй, быға дин әһелдәрен дә йәлеп итә.
Ғөмүмән, эҙләнеүсән журналисҡа тикшереүгә алынған теманы тәрән өйрәнеү, быға тарихи күҙлектән яҡын килеү хас. Шулай уҡ “Иман” сәхифәһендә донъя күргән “Башҡортостанда мосолман тарихи-архитектура һәйкәлдәре нисек һаҡлана?” мәҡәләһендә Фәнүз Хәбибуллин бығаса матбуғатта былай етди дәрәжәлә яҡтыртылмаған теманы күтәреп сыҡты.
Гәзиттең тулы бер битендә республикалағы боронғо мәсет һәм улар ҡаршыһында эшләп килгән мәҙрәсәләре барлана, уларҙың тарихи үткәне бәйән ителә. Был уңайҙан шуны ла билдәләп үтәйек: боронғо мәсет һәм дини уҡыу йорттары биналарының күпселеге тарихи архитектура һәйкәлдәре исемлегенә индерелһә лә, уларҙы һаҡлау тейешле дәрәжәлә алып барылмай. Һөҙөмтәлә, иҫкереү сәбәпле, биналар ташландыҡ хәлгә етеп, юҡҡа сыға, тимәк, тарихтан юйыла. Өфөләге мосолман зыяраты менән дә шул уҡ хәл: бында төҙөкләндереү эштәре алып барылмай, зыярат ихатаһын йыйыштырыу үҙ ағышына ҡуйылған.
Киң йәмәғәтселек иғтибарын ошо проблемаға йүнәлтеп, Фәнүз Хәбибуллин урындағы власть әһелдәрен дә мәсьәләгә йөҙ менән боролорға саҡыра. Ғөмүмән, ижадына яҡын теманы дауам итеп, билдәле журналист мосолман тарихи-архитектура һәйкәлдәре проблемаһын Рәсәй дәрәжәһендә лә күтәреп сыҡты. Билдәле булыуынса, 13 –15 июндә Ҡазанда “Милли тормош һәм дин” исеме аҫтында Х Бөтә Рәсәй татар дин әһелдәре форумы үтте. Фәнүз Хәбибул­линдың мәртәбәле йыйында яһаған сығышы ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, һуңыраҡ уның тексы “Кызыл таң”да ла баҫылып сыҡты.


Ижади эҙләнеүҙәр һөҙөмтәһе


Рәсми сығанаҡтарҙан хәҙерге осорҙа Башҡортостанда бер меңдән ашыу мәсет-ғибәҙәтхана теркәлгәнлеге мәғлүм. Уларҙың һәр ҡайһыһының бай тарихы бар, сөнки элекке мәсеттәр урынына яңылары тергеҙелһә лә, халыҡ хәтерендә улар риүәйәттәр нигеҙендә һаҡланыуын дауам итә. Дин белгесе һәм журналист Фәнүз Хәбибуллин әлеге темаға алынып, республикалағы мәсеттә­р­ҙең тарихын барлай башланы. Бының күркәм һөҙөмтәһе булып, быйыл Рамаҙан айында “Кызыл таң”дың һәр һанында “Аллаһ йорто — мәсеттәребеҙ” мәҡәләләр циклы донъя күрҙе. Ҡәләмдәштең был эште киләсәктә лә дауам итеүгә бәйле яҡты ниәтен хуплайһы ғына ҡала.
Фәнүз Хәбибуллин Башҡортостан тарихында һуңғы ваҡытта онотола барған күренекле шәхестәрҙе барлау һәм уларҙың тормош юлын һәм ижади яҙмыштарын яҡтыртыу буйынса киң эшмәкәрлек йәйелдерҙе. Атап әйткәндә, Башҡортостандың халыҡ сәсәне Фәррәх Дәүләтшин һәм фронтовик-шағир Бәҙрүш Моҡамайҙың ижади бағышлауҙарын ентекле өйрәнде. Уларҙың һәр икеһе тураһында бер нисә күләмле мәҡәлә “Кызыл таң”да баҫылып сыҡҡас та, был йүнәлештә эҙләнеүҙәрен дауам итеп, яңынан-яңы тарихи документтар һәм тарихи сығанаҡтар тапты.


Ғалимдарға хас һыҙаттар


Ижади эҙләнеүҙәрҙең һөҙөмтәһе сифатында уның тарафынан “Халыҡ сәсәне Фәррәх Дәүләтшин” һәм “Фронтовик-шағир Бәҙрүш Моҡамай” тигән исемдәр менән әҙәби-публицистик китап-йыйынтыҡтар әҙерләнде. Әйткәндәй, Бәҙрүш Моҡамайға арналған китап быйыл донъя күрәсәк. Ә халыҡ сәсәне тураһында материалдар туплау дауам итә.
Әйтергә кәрәк, йыйылған мәғлүмәттәр араһында тарихи асыш һаналырҙайҙары ла бихисап. Мәҫәлән, Фәнүз Хәбибуллин Мәскәүҙәге Рәсәй Дәүләт әҙәбиәт һәм сәнғәт архивында (РГАЛИ) Фәррәх Дәүләтшиндан совет филологы, шағир, тәржемәсе, билдәле кинорежиссер Михаил Роммдың ағаһы Александр Ромм тарафынан яҙып алынған хикәйәте, “Нурия” бәйетенең рус теленә тәржемәһе, башҡа ҡайһы бер әҫәрҙәре һаҡланыуын асыҡлай. Пермь крайының дәүләт архивында иһә Фәррәх сәсән тураһында 1930 йылғы материалдар барлығы билдәле була. Әлеге тарихи документтарҙы ҡулға төшөрөү һәм туплау өсөн ваҡыт һәм... аҡсалата сығымдар талап ителеүе аңлашыла, әлбиттә. Ни өсөн тигәндә, хәҙер бит архивтан материалдың күсермәһен алыу өсөн түләргә кәрәк. Әммә эшенә фанатиктарса мөкиббән журналисты былар ғына туҡтата алмай.
Был урында шуны ла билдәләп үтке килә. Мәҡәләне яҙыр алдынан тикшеренеүҙәр ваҡытында Фәнүз Хәбибуллин теманы өйрәнеүҙе ғалимдарға хас булғанса ғилми нигеҙҙә алып бара, төрлө сығанаҡтар тапҡас та материалдарҙы сағыштырып, тарихи яҡтан дөрөҫ һөҙөмтәгә килә. Шуға ла уның мәҡәләләренең ғилми хеҙмәт дәрәжәһенә күтәрелеүе тәбиғи, улар ысын мәғәнәһендә кандидатлыҡ диссертацияһына тиң, беҙҙеңсә.
Быйыл августа баҫылып сыҡҡан “Гордий бабай” мәҡәләһенә лә ҡағыла был фекер. Тәрән тикшеренеүҙәргә таянып яҙылған очеркта һүҙ яҡташыбыҙ, шәрҡиәтсе ғалим, ғәрәп теле белгесе, Ҡөрьәнде тәржемә итеүсе Гордий Саблуков тураһында бара. Әйткәндәй, республика матбуғатында быға тиклем был күренекле шәхестең тормош һәм ижад юлы тураһында күләмле яҙмалар булманы. Әлеге күҙлектән ҡарағанда, Фәнүз Хәбибуллиндың “Кызыл таң”дағы мәҡәләһен авторҙың ҙур ижади уңышы тип тә ҡабул итергә мөмкин. Быларҙан сығып, “Кызыл таң” журналисына гәзиттә донъя күргән ошо мәҡәләһе өсөн генә лә Шәһит Хоҙайбирҙин премияһын бирергә була, тип раҫлай алабыҙ. Ул юғары бүләккә, һис шикһеҙ, лайыҡ.
Читайте нас