Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
17 Сентября 2019, 18:39

"Хас Илфаҡ"

Илсөйә Бәҙретдинованың улын күптәр атаһына оҡшата.

Фото йырсының "Бәйләнештә"ге төркөмөнән.Фото йырсының "Бәйләнештә"ге төркөмөнән.
Фото йырсының "Бәйләнештә"ге төркөмөнән.
Үҙенсәлекле йырсы Илсөйә Бәҙретдинованы яратып тыңлайбыҙ. Ә бына уның ғаиләһе, балаһы бармы икән?
Ошо көндәрҙә йырсы социаль селтәрҙәге сәхифәһенә улы Нариман менән төшкән фотоһын ҡуйған. Аңлашылыуынса, малай фотоһын ҡуйғанды яратып бөтмәй. Шуға ла әсәһе унан ғәфү үтенеүен, свитер алып бирергә вәғәҙәләүен белдереп яҙған.
Нариман кемгә оҡшаған һуң? Күптәр уны атаһына оҡшата. "Хас Илфаҡ" тип яҙғандар. Наримандың атаһы – мәрхүм Илфаҡ Шиһапов – продюсер, журналист, яҙыусы, публицист.
Читайте нас