Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
17 Сентября 2019, 10:10

Уҡыусыһын арбар оҫталығы бар

– Бисмиллаһир-рахманир-рәхи­им… Әйҙә, балаҡайым, үтеп кит.Юғалып ҡалдым. Эстән генә: “Собханаллаһ! Әкиәттәге, һүрәт­тәге матур әбекәй. Күҙҙәре ҡайһылай йыуаш, һөйкөмлө”, – тием.

– Бисмиллаһир-рахманир-рәхи­им… Әйҙә, балаҡайым, үтеп кит.
Юғалып ҡалдым. Эстән генә: “Собханаллаһ! Әкиәттәге, һүрәт­тәге матур әбекәй. Күҙҙәре ҡайһылай йыуаш, һөйкөмлө”, – тием.
– Ә мин Өфөнән үк килеп еттем һеҙгә.
Мәғүҙә инәй кеткелдәп кенә көлөп ҡуйҙы:

– Өфө аръяғынан да килеүселәр бар. Юлдары яҙһа, алыҫ тип тормайҙар.
Килеүемдең сәбәбен әйтеүемде көтмәй, инәй иркен урындығына ултыртты ла, шыбырлап уҡынып, йомшаҡ ҡулдары менән башымдан, унан арҡамдан һыйпаны...
Бына ошолай итеп, тәүге юлдарынан уҡыусыһын арбар оҫталығы бар уның. Яҙмаларынан йылылыҡ бөркөлә. Халыҡсан һутлы тел менән яҙылғас, ҡабат-ҡабат уҡыйһың.
“Башҡортостан ҡыҙы” журналында Рәзилә Ырыҫҡужинаның “Имле ҡуллы инәйҙәр” мәҡәләһе донъя күргәс, үҙебеҙгә яҡын ғына ауылда шундай имсе инәйҙәр бар икән, тип юлға сыҡтыҡ. Бер мин генә түгел икән, шул уҡ маҡсат менән килеүселәр байтаҡ. Шулай итеп, Рәзилә арҡаһында матур кешеләр менән танышыуыбыҙға бәхетле булып ҡайттыҡ.
Рәзилә Ырыҫҡужинаның “Маһруй”, “Йәсминле мөхәббәт” мәҡәләләре аша Шәһит Хоҙайбирҙин яҙмышының беҙ быға тиклем белмәгән биттәре асылды. Рәзилә, үҙенең ҡатын-ҡыҙ булмышына тоғро ҡалып, дәүләт эшмәкәренең ҡыҫҡа ғына тормошондағы мөхәббәте, ул яратып үҫтергән йәсмин гөлө тураһында бәйән иткәйне. Ә Маһруйы? Уңышлы кешеләрҙең артында һәр ваҡыт күләгәлә ҡала торған кемеһелер була бит, ана шундай ҡатынды иҫ киткес итеп һүрәтләп бирә алды Рәзилә. Тарих та, ул замандағы хәл-ваҡиғалар ҙа урынлы итеп тасуирлана талантлы журналист яҙмаһында.
Рәзилә Ырыҫҡужинаның ижадын электән күҙәтә киләм. Дөрөҫөн әйткәндә, үҙенә ҡарағанда ижадын яҡшыраҡ беләмдер, сөнки уның геройҙары менән аралашып була. Бер башлаған эшен ярты юлда ташламай ул. Әле 2018 йылда уҡып кинәнгән “Сәхнәләрҙән остоң күктәргә, дәрт ҡанаты ҡуйып күптәргә” китабынан арынып та бөтмәнек, 2019 йылда “Һүнмәҫ йондоҙҙар”ы килеп сыҡты. Бик ҡыуанып ҡаршы алдым был китапты, рәхәтләнеп уҡып сыҡтым. Тәүгеһенең дауамы тип ҡабул иттем. Китапта урын алған “Һағышлы ла торна тауыштары” документаль-биографик повесында Хоҙайбирҙиндар тормошон бай мәғлүмәттәр менән таҫлап бәйән иткән.
Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге хөкүмәт премияһына быйыл бик көслө кандидаттар тәҡдим ителгән. Лайыҡлы журналистар араһында Рәзилә Ырыҫҡужина ла булырға тейеш, тип уйлайым.
Читайте нас