Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
17 Сентября 2019, 19:27

"Тере тупраҡ"тан – изге фатиха

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры 89-сы ижад миҙгелен асты.

Автор фотолары.Автор фотолары.
Автор фотолары.
Бөгөн Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры үҙенең юбилей алды 89-сы ижад миҙгелен Ишмулла Дилмөхәмәтовтың “Тере тупраҡ” спектакле менән асты.
Тамашаның ҡуйыусы режиссеры – Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Нәҙерғолов, рәссам-биҙәүсеһе – Рөстәм Баймөхәмәтов, композиторы – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Илшат Яхин, балетмейстеры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова, костюмдар буйынса рәссам – Әлиә Байрамғолова һәм алыш, һуғыш сәхнәләрен ҡуйыусы – Рәсәй каскадерҙар ассоциацияһы ағзаһы Роберт Йылҡыбаев.
Сибай театрының художество етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Илнур Әбдрәшитов әйтеүенсә, спектакль Башҡортостандың 100 йыллығына һәм “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Бәләкәй ҡалалар театрҙарына ярҙам итеү” проектына ярашлы сәхнәгә сығарылған.
Яңы миҙгелде асыу тантанаһында Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитеты рәйесе Раил Әсәҙуллиндың һәм әҫәрҙе сәхнәгә ҡуйыусы-режиссер Азат Нәҙерғоловтың ҡатнашыуы оло мәртәбә булды.
Халыҡсан Сибай театры үҙ тамашасыһына 19 сентябрҙә Айгөл Әхмәтғәлиеваның “Ул бит кисә ине”комедияһын тәҡдим итәсәк, 20 сентябрҙә Театр төнөнә саҡыра. Шулай уҡ артистар кескәй тамашасыларҙы “Шалҡан” әкиәте менән ҡыуандырмаҡсы.


Ә инде бөгөнгө спектаклгә килгәндә, сәхнәләрҙе тултырыр, тамашасыларҙы уйландырыр һәм һиҫкәндерер, тарихыбыҙҙы барлатыр “Тере тупраҡ”тың күптәрҙең күңелендә тере ҡуҙ булып балҡыуында һис тә шик юҡ. Тыуған ерҙең тере тупрағы һәр беребеҙҙең күңелендә булһын ине тигән теләктә таралышты һәр кем.
Читайте нас