Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
19 Сентября 2019, 07:25

Бына һиңә, исмаһам, ағай!

Йәш актерҙың таланты хаҡында фильмдың ҡуйыусы операторы Михаил Агранович былай тине: “Алты йәшлек күренекле шәхес!”

Фото М. Кәрим фондынанФото М. Кәрим фондынан
Фото М. Кәрим фондынан
Мәскәүҙә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең “Беҙҙең өйҙөң йәме” әҫәре буйынса ҡуйылған “Һеңлекәш” фильмының премьераһы булып үтте.
Режиссеры, Рәсәйҙең халыҡ артисы Александр Галибин әйтеүенсә, ул тәүге тапҡыр был әҫәр менән 10 йәшлек сағында танышҡан. Фильмды төшөргәндә тәү сиратта әҫәрҙең асылын һаҡларға, бәләкәй кешеләрҙең тойғоларын, уйҙарын әйтеп бирергә тырышҡан. Уның фекеренсә, бөгөн Рәсәй кинематографияһында тап йәш тамашасыға иғтибар юғалған.
Оксана ролен башҡарған Марта Тимофеева өсөн был тәүге роль түгел. Ул премьеранан һуң: “Беҙ төрлө ҡалаларҙа йәшәһәк тә, Арыҫлан менән аралашып торабыҙ. Ул беренсе каласҡа китте, ә мин дүрткә. Уның Алтынай исемле һеңлеһе лә бар”.
Ә Арыҫлан өсөн был фильм – кино сәнғәте өлкәһендәге тәүге роле. Шуға күрә лә малай уның өсөн был эш еңел бирелмәүен, әммә бик тырышыуын һөйләне. Йәш актерҙың таланты хаҡында фильмдың ҡуйыусы операторы Михаил Агранович былай тине: “Алты йәшлек күренекле шәхес!”
“Һеңлекәш” фильмы “Мотор Фильм Студия” кинокомпанияһы тарафынан Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығы һәм М. Кәрим исемендәге фонд ярҙамы менән төшөрөлгән. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, уның прокаты менән “Уолт Дисней” компанияһы шөғөлләнәсәк. Бөгөндән фильм киң тамашасы хөкөмөнә сыҡты. Ә инде 22 сентябрҙә Өфөлә фильмдың премьераһы көтөлә.
Читайте нас