Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
19 Сентября 2019, 15:53

"Ижади ял алырға ла ризамын"

Сәхнә тиеп балаларын юғалтҡан артистар ҙа бар бит...

Фото йырсының "Бәйләнештә"ге төркөмөнән.Фото йырсының "Бәйләнештә"ге төркөмөнән.
Фото йырсының "Бәйләнештә"ге төркөмөнән.
Фирүзә Парижды тамашасы тәүге йырҙарынан уҡ ҡабул итте. Бөгөн ул йырсы ла, актер ҙа булараҡ билдәле.
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында бихисап образдары менән халыҡтың күңелен яуланы. Шулай ҙа ҡыҙ һәм ул үҫтергән йырсы балаларын ысын кеше итеп тәрбиәләүҙе төп бурысы тип һанай.
“Сәхнә тиеп балаларын юғалтҡан артистар бар, – ти ул был хаҡта. – Шуға күрә балаға үҙ ваҡытында тәрбиә биреү кәрәк. Һуңынан үкенерлек булмаһын. Балаларымды аяҡҡа баҫтырыу – минең өсөн беренсе урында. Кәрәк икән, ижади ял алырға ла ризамын. Йәш саҡта күберәк үҙеңде хәстәрләйһең. Йәш арта барған һайын тормошҡа ҡараш үҙгәрә. Ғаилә, балалар тип уйланаһың".
Читайте нас