Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
19 Сентября 2019, 08:30

Нурия Абдуллинаға балалары бүләк эшләгән

Яратҡан йырсыбыҙ, композитор Нурия Абдуллинаның яман шеш ауырыуынан яфаланыуы барыбыҙға ла билдәле.

Нурия Абдуллинаның "Бәйләнештә" төркөмөнән.Нурия Абдуллинаның "Бәйләнештә" төркөмөнән.
Нурия Абдуллинаның "Бәйләнештә" төркөмөнән.
Яратҡан йырсыбыҙ, композитор Нурия Абдуллинаның яман шеш ауырыуынан яфаланыуы барыбыҙға ла билдәле.
"Хәлем тотороҡло, ҡәнәғәтләнерлек, – ти ул "Бәйләнештә" төркөмөндә. – Тормошомдоң бушлыҡҡа әйләнгән һуңғы йылдарында бәләкәй генә ҡыуаныслы ваҡиға булды – балаларым Булат Йосоповтың "Беренсе Республика" фильмына алып барҙы. Бының өсөн режиссерға һәм бөтә ижади төркөмгә ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Көнләшеү, хыянат итеү кеүек күренештәр булмаһа, фажиғәләр аҙыраҡ һәм халыҡ күпкә бәхетлерәк булыр ине... "Родина" кинотеатрында туғандарым – ейәнсуралар ҡаршы алды. Әлбиттә, миңә былай йөрөргә ярамай, шулай ҙа бөтәһе лә яҡшы булыр тип ышанам".
Читайте нас