Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
20 Сентября 2019, 07:29

Ҡоштар нимә хаҡында һайрай?

Башҡорт дәүләт филармонияһының 79-сы миҙгеле ябылыр алдынан ҡалала ғәҙәти булмаған сағыу афиша күҙгә салынды. Ул өфөләрҙе “Ҡоштар нимә хаҡында һайрай?” тип аталған концерт-әкиәткә саҡыра ине. Төрлө төҫтәр менән биҙәлгән афиша балаларға хас ниндәйҙер ябайлыҡ менән һуғарылғайны.

Башҡорт дәүләт филармонияһының 79-сы миҙгеле ябылыр алдынан ҡалала ғәҙәти булмаған сағыу афиша күҙгә салынды. Ул өфөләрҙе “Ҡоштар нимә хаҡында һайрай?” тип аталған концерт-әкиәткә саҡыра ине. Төрлө төҫтәр менән биҙәлгән афиша балаларға хас ниндәйҙер ябайлыҡ менән һуғарылғайны. Концерт-әкиәттең ҡайҙа, ниндәй ерҙә тыуыуын тамашасы тойһон өсөндөр инде өс ҡарағай фонында ярым ҡараңғылыҡта тирмәләр күренә. Әҫәрҙең әкиәти булыуына ике аҡҡош та ишаралай. Уларҙың берәүһенең ҡойроғо сағыраҡтан сыҡҡан төтөн менән берләшкәндәй, икенсеһенеке иһә йондоҙҙарға артылған. Ҡоштар тоғролоҡ, хыялға ынтылыштың кәүҙәләнеше булған әкиәттәге Һомайҙы – Урал батырҙың хәләлен сағылдыра. Концерттың атамаһы иһә нәфис сәскәләр, асыҡ һәм ҡуйы йәшел төҫтәге ағастар ерлегенә яҙылған. Эйе, боронғо йәнтөйәгебеҙ мәңге йәш булып ҡала. Күкһел-шәмәхә төҫөнә мансылған дөйөм фон – ул беҙҙең йыһан, ғаләм. Тап ошо ғаләмдә беҙ тыуабыҙ, йәшәйбеҙ, һөйәбеҙ, кешелекте дауам итәбеҙ, йәнә һөйәбеҙ, баҡыйлыҡҡа күсәбеҙ. Афишаны күргән тамашасыларҙың күбеһе буласаҡ концерттың йөкмәткеһен нәҡ ошолай күҙаллайҙыр, бәлки.


Зирәк тамашасы концерт-әкиәттең музыкаһын йәш композитор Шәүрә Сәғитова яҙыуына ла иғтибар итмәй ҡалмағандыр. Режиссураһы – Екатерина Ра­файҙыҡы. Рәссамы – Лиана Ни­ғәмәтйәнова. Уны Башҡортостан Республикаһының Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры баш­ҡарасаҡ, художество етәксеһе һәм дирижеры, башҡорт риүәйәттәре буйынса концерт-әкиәт идеяһының авторы – Линар Дәүләтбаев. Тап уларҙың тырышлығы менән филармония репертуарында өр-яңы музыкаль жанр – концерт-әкиәт барлыҡҡа киләсәк.
Концертҡа килгәндәрҙең көткән өмөттәре аҡланды. Тәүге аккорд­тарҙан уҡ уларҙы талантлы Шәүрә Сәғитова ижад иткән тәрән һәм үҙенсәлекле, мөғжизәле милли музыка әсир итте. Халыҡ йырҙары менән һуғарылған моң тамашасыны “Ҡоштар нимә хаҡында һайрай?” тигән һорауға бергәләп яуап эҙләү өсөн рух күтәренкелеге, матурлыҡ, тоғролоҡ, изгелек тантана иткән донъяға әйҙәй. Бел­гестәр уның ҡурай йыйылмаһын композитор­лыҡ йәһәтенән үҙен­сәлекле ҡабул итеүен новаторлыҡ тип баһаланы. Шәүрә Сәғитова ғәҙәти булмаған полифоник алым­дарҙы файҙаланып, ҡурай төркөм­дәрен күнегел­мәгәнсә яңғырарға “мәжбүр итә”. Музыканың үҙенсә­леклелегенә килгәндә, “фактураның асыҡлығын, партияларҙың күп тауышҡа бүленеүен” билдәләйҙәр. “Бындай алым әкиәти мөхит, нәфислек, еңеллек, серлелек тыуҙыра...” (Светлана Платонова).

Ҡурай, ҡыл ҡумыҙ, думбыра, флейта кеүек уйын ҡоралдарының һәр төркөмөнә эш табылды. Был эште улар аныҡ һәм юғары кимәлдә башҡарҙы. Лиана Ниғәмәтйәнова биҙәгән сәхнә лә музыкаль спектаклдең темаһын асырға булышлыҡ итте. Музыкала, оркестр башҡарған әҫәрҙә алма баҡсаһы темаһын һиҙгер тойған рәссам быны сәхнәлә лә оҫта кәүҙәләндерә алған. Тамаша нәфис, лирик буяуҙарға тағы ла байыҡҡандай тойола.
Режиссер Екатерина Рафай иңенә ябай булмаған бурыс йөкмәтелә – идеяға, музыкаға, һүҙҙәргә, сәхнә биҙәлешенә һәм артистарҙың уйынына тәрән төшөнөп, сағыу, аһәңле, әкиәти тамаша тәҡдим итеү. Оркестр етәксеһе, идея авторы, ижади төркөмдө һәм тотош ижади эште ойоштороусы Линар Дәүләтбаев­тың тырышлығы айырым ихти­рамға лайыҡ.
Концерт-әкиәткә килгән күп һанлы тамашасылар (зал шығы­рым тулы ине) тәрән кинәнес, сағыу тәьҫораттар алды. Улар тамашанан “Ҡоштар нимә хаҡында һайрай?” тигән һорауға яуап табып ҡайтҡандыр, моғайын. Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһына дәғүәселәрҙең исем­дәре асыҡланғас, ошоларҙың барыһы ла хәтергә төштө. 20 дәғ­үәсе ингән ошо ҙур исемлектә “Ҡоштар нимә хаҡында һайрай?” концерт-әкиәтенең авторҙар коллективын – Линар Дәүләтбаев, Шәүрә Сәғитова, Екатерина Рафай, Лиана Ниғәмәтйәнованы күреүгә бигерәк тә шатландым. Улар абруйлы Республика йәштәр пре­мияһына һис шикһеҙ лайыҡ. Оҫталығы, сағыулығы, яңылығы, йәнә халыҡсанлығы менән арбаған, тамашасылар тарафынан ихлас ҡабул ителгән әҫәр авторҙары хеҙмәтенең иғтибарһыҙ ҡалма­уына, бер премияның нәҡ уларға тапшырылыуына шик юҡ. Әйтергә кәрәк: “Ҡоштар нимә хаҡында һай­рай?” әкиәте – милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры өсөн тарихта беренсе тапҡыр ижад ителгән күләмле әҫәр, ул аҙ ҙа түгел, күп тә түгел – 45 минут дауам итте.
Коллективтың премияға “беренсе музыкаль әкиәтте ижад иткән..., шулай уҡ дөйөм хеҙмәт” өсөн тәҡдим ителеүе был инаныуҙы тағы ла нығыта. Ошо дүрт кешенең дөйөм хеҙмәтенә килгәндә, шуны әйтергә кәрәк: оркестр етәксеһе Линар Дәүләтбаев, Шәүрә Сәғи­това, Екатерина Рафай, Лиана Ниғәмәтйәнова кеүек эшкә һыу­һаған, дәртле, аҡыллы йәш­тәрҙе үҙе тирәләй туплап, Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестрын фи­лармонияның етди ижади коллективына әүерелдергән. Был ижади төркөм респуб­ликаның мәҙәни тормошонда сағыу ваҡиғаны тәшкил иткән “Open air” концерттарын ойоштороуға ла тос өлөш индерҙе.
Сәнғәт донъяһына оҙаҡҡа кил­гән, әүҙем эшләгән, даими эҙләнгән ижади коллектив Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһына, һис шикһеҙ, лайыҡ.
Читайте нас