Йәшенләп яуған ямғырҙан һуң тәбиғәтте йәмләп йәйғор дуғаһы ҡалҡа. Уға һоҡланмаған кеше юҡтыр. Ерҙән йылы быу күтәрелә. Күк йөҙө бер аҙ асыла төшөү менән, өйкөм-өйкөм болоттарҙан түбән ҡояш менән беҙҙең арала йәйғор дуғаһы пәйҙә була.
Ерҙе-күкте ҡаплап, тын ғына яуын мәлендә ҡалҡмай йәйғор. Ә бына ҡабарып, ҡайнап-урғып күкте иңләгән болоттар, эре-эре күҙ йәштәрен ергә мул ғына түгеп үткән дәһшәтле ямғырҙан һуң, Ҡояш апайҙың балдағы – йәйғорҙо мотлаҡ күрәбеҙ ҙә инде.
Тәбиғәттең ошондай сафландырғыс мәленә, йәйғорло миҙгеленә оҡшатам мин шағирә һәм үткер журналист Лариса Абдуллинаның ижадын. Ул да тормоштоң киҫкен йә сағыу мәлдәрен, йәмғиәтебеҙҙең һынылышлы хәл-ваҡиғаларын бик ваҡытлы, үҙ мәлендә (урыҫса әйткәндә – оператив рәүештә) яҡтыртыуы менән тап кәрәк саҡта балҡыған йәйғорҙо хәтерләтеп ҡуя.
“Башҡортостан” гәзитенең егәрле, иң әүҙем хеҙмәткәрҙәренең береһе ул Лариса Хашим ҡыҙы. Аҙнаға өс сыҡҡан күләмле гәзиттең һәр һанында полоса-полоса мәҡәләләре, очерктары, төрлө төбәктәргә командировкаларҙан юлъяҙмалары даими сығып ҡына тора! Мин ҡайһы берҙә уйлап та ҡуям: “Ни арала барып ҡайта ла ҡайһы арала яҙып өлгөрә был ҡыҙ!” (Ә Лариса – өс ул әсәһе!). Бына шулай арыу-талыуҙы белмәй ижад итә республикабыҙҙың төп гәзиттәренең береһе – “Башҡортостан”да әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге мөдире Л.Х. Абдуллина.
Милләттең телен һаҡлауға, рухи донъяһын үҫтереүгә нимә кәрәк? Әлбиттә, мәҙәниәт, мәктәп, матбуғат. Был йәһәттән Лариса мәҙәни усаҡтарҙың, мәктәптәрҙең эшмәкәрлеген, әҙәби мөхит торошон даими яҡтырта. Урындағы ҡоролтайҙарҙың халыҡ менән бәйләнеше, халыҡтың рухи тормошо, мәҙәни мөхит, башҡорт телен өйрәнеүҙәге ҡайһы бер ҡытыршылыҡтар, яһалма кәртәләр, арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең иҫтәлеген мәңгеләштереү (һәм бынан башҡа бик күп мәсьәләләр) журналист күңеленә ҡағып тора, уяу булырға өндәй, яңынан-яңы тынғыһыҙ юлдарға саҡыра.
Лариса Абдуллина көнүҙәк яҙмалары менән сит өлкәләрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙҙе төп йортобоҙ – Башҡортостанға тағы ла яҡынайтты тиһәм, һис тә арттырыу булмаҫ. Һуңғы бер йыл эсендә генә Ларисаның мәҡәләләре аша беҙ Пермь, Һарытау, Һамар, Ырымбур, Силәбе, Ҡурған өлкәләрендә, Татарстанда, Себер тарафтарында йәшәгән ҡан-ҡәрҙәштәребеҙҙең тормошо, хәл-әхүәлдәре менән таныша алдыҡ. V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы алдынан үҙ тарихи ерҙәрендә донъя көткән туғандарыбыҙҙың һәр бер төбәгендә үткән йыйындарҙың заңы һәм шаңдауҙары гәзит уҡыусыларға күпселектә Лариса Абдуллинаның тәрән йөкмәткеле публицистик яҙмалары аша килеп етте.
Матбуғаттың уҡыусыға тәьҫири көсө асылда Лариса Абдуллина кеүек тынғыһыҙ, үҙ һөнәренә мөкиббән бирелгән, оҫта һәм үткер ҡәләмле журналистар менән билдәләнә торғандыр. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев “Көндәлектәр”енең 3-сө томында бына нимә яҙа: “Лариса Абдуллинаның “Йөрәк аҡылы” (2011) тигән автограф яҙып биргән китабын да ентекләп уҡый алмағайным. Бөгөнгө әҙәбиәтебеҙҙә, сәнғәттә, ғилемдә бик үҙенсәлекле шәхестәр тураһында мәғлүмәттәргә бай был китап. Күптәрен яҡшы белгән кеүек булһам да, уларҙың күп яҡтарын үҙем өсөн яңыса астым. Ларисаның был китабы шулай уҡ тейешенсә баһаланманы. Булғанды күрә, ҡәҙерләй беләйек. (2018 йыл, 302 бит)”. Бына баһалар мәл етте.
Башҡортостан Журналистар һәм Яҙыусылар союздары ағзаһы Лариса Абдуллинаның әүҙем публицистик ижады республиканың 2019 йылғы Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге премияһына лайыҡ тип иҫәпләйем. Оло быуын ҡәләмдәше булараҡ, мин уға киләсәктә лә ижад ҡомары һүнмәүен теләйем.