Үҙенсәлекле образдары менән тамашасыларҙы әсир иткән Сибай башҡорт дәүләт драма театры артисы Юнир Ғәйнуллин сығышы менән Ғафури районының Үзбәк ауылынан. Бәләкәйҙән йырлап-бейеп, мәҙәни сараларҙың уртаһында йөрөһә лә, ысын артист булырға уйламай ҙа.
− Мәктәптән һуң тоттом да Стәрлетамаҡҡа һөнәрселек училищеһына уҡырға индем, – ти был хаҡта артист. – Уны тамамлағас, тире-күн фабрикаһында эш башланым. Бер нисә мәртәбә бармаҡты станокта ныҡ ҡына ҡыҫҡас, уйға ҡалдым: “Бармаҡ имгәнһә, нисек гармун уйнармын?” Ауылда клубҡа мөдир кәрәк ине, ҡушҡуллап ҡабул иттеләр.
Бында йөҙөп йөрөп алты йыл эшләнем. 1987 йылда клубыбыҙ район буйынса 1-се урынға сыҡты, һәм һабантуйҙа баян менән бүләкләнеләр. Тап шул йылда сәнғәт институтына өҫтәмә ҡабул итеү ойоштороуҙары хаҡында гәзиттә иғлан күреп ҡалдым. Әҙерләнеп барып ҡараным.
Шулай итеп, 24 йәшемдә күбеһе саҡ мәктәп эскәмйәһенән сыҡҡан егет-ҡыҙҙар менән уҡып алып киттем".