Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
21 Сентября 2019, 18:44

Мәсетлеләрҙе көтәбеҙ!

"Тарих биттәре"н улар барлаясаҡ. Байрамға киләйек, күңелгә ял алып ҡайтайыҡ, дуҫтар!

Фото Мәсетле районы “Ҡабырсаҡ” ансамбленең архивынан.Фото Мәсетле районы “Ҡабырсаҡ” ансамбленең архивынан.
Фото Мәсетле районы “Ҡабырсаҡ” ансамбленең архивынан.
24 сентябрҙә Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында үтәсәк "Башҡортостандың тарихи биттәре" халыҡ ижады фестиваль-марафонында Мәсетле таланттары сығыш яһай.
Сәхнәлә райондың иң яҡшы ижади коллективтары ҡатнашлығында әҙерләнгән бай программа күрһәтеләсәк. Ғәҙәттәгесә, фойела милли ризыҡтар, сувенирҙар, сәнәғәт ойошмалары тауарҙары күргәҙмәһе тәҡдим ителәсәк.
Мәсетле оҫталарының сығышын ҡарап, күңелегеҙгә ял алып ҡайтығыҙ, дуҫтар! Сара 18.00 сәғәттә башлана.
Читайте нас