Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
21 Сентября 2019, 11:31

Мәскәүҙәрҙе хайран ҡалдырҙылар!

"Башҡортостан көндәре илдең баш ҡалаһының ижтимағи-мәҙәни тормошонда мөһим сараға әйләнде, ике яҡлы хеҙмәттәшлеккә, төбәк-ара мөнәсәбәттәргә яңы һулыш өҫтәне".

Фотолар: culture.bashkortostan.ruФотолар: culture.bashkortostan.ru
Фотолар: culture.bashkortostan.ru
Кисә "Зарядье" паркының ҙур амфитеатры сәхнәһендә Рус география йәмғиәтенең дүртенсе фестиваленә ярашлы Башҡортостан сәнғәт оҫталарының байрам концерты уҙҙы. Был сара илдең баш ҡалаһында республикабыҙҙың 100 йыллығы уңайынан ойошторолған Башҡортостан көндәренең йомғаҡлау өлөшө булды.
Мәскәү ҡалаһының милли сәйәсәт һәм төбәк-ара бәйләнештәр департаменты етәксеһе Виталий Сучков республика көндәрен бик уңышлы үтте тип билдәләне һәм мэр Сергей Собяниндың ҡотлау хатын уҡып ишеттерҙе.
Унда: "2019 йыл Башҡортостан өсөн бик әһәмиәтле йыл. Бер быуат элек автономиялы совет республикаһы – Рәсәйҙең беренсе милли автономияһы барлыҡҡа килә. Беҙ башҡорт дуҫтарыбыҙға һәм коллегаларыбыҙға ошо шатлыҡты бергә уртаҡлашыу мөмкинлеге биргәндәре өсөн бик рәхмәтлебеҙ. Был көндәр баш ҡаланың ижтимағи-мәҙәни тормошонда мөһим сараға әйләнде, ике яҡлы хеҙмәттәшлеккә, төбәк-ара мөнәсәбәттәргә яңы һулыш өҫтәне. Эшлекле сәфәр барышында беҙ мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәшғүллек, туризм һәм башҡа өлкәләр буйынса тәжрибә уртаҡлаштыҡ. Мәскәүҙәр бай мәҙәни программаны ла лайыҡлы баһаланы. Бындай саралар беҙҙең төбәктәрҙе нығыраҡ яҡынайта, дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлекте нығыта", – тигән һүҙҙәр бар.
Концерт, ысынлап та, бик шәп булды. Халыҡ-ара конкурстар лауреаты Линар Дәүләтбаев етәкселегендәге Халыҡ уйын ҡоралдары милли оркестрын бик йылы ҡабул иттеләр. Уға ҡушылып республикабыҙҙың сағыу йондоҙҙары Дилара Иҙрисова менән Иҙел Аралбаев сығыш яһаны. Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡовтың сәхнәгә күтәрелеүе баш ҡала тамашасаһы өсөн айырыуса ҙур бүләк булды.
Бынан тыш, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, Зәйнетдин, Полина Кобец, Наҙгөл Отузова, Марина Мирова, "Премьер" төркөмө һ.б. сығыштары ла һис кемде битараф ҡалдырманы. Роберт Юлдашев менән уның "Ҡурайсы" төркөмө һәм "Гүзәл Денс"тарҙы ла халыҡ яратты. Мәскәү тамашасыһы был кистә башҡорт рогын да ишетте – улар өсөн яңы "Дәрүишхан" төркөмө йырланы. "Арғымаҡ" төркөмөн, тышта һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан, сәхнәнән оҙаҡ ебәрмәнеләр.
Матур байрам концертында һәр кем рәхәтләнеп бергә йырланы, бейене, артистарҙы алҡыштарға күмде.
Читайте нас