Альбина Дәүләткилдина тамашасыны яғымлы бәрхәт тауышы, тыуған яҡ, мөхәббәт тураһындағы матур йырҙары менән әсир итеп өлгөрҙө. Тик һуңғы арала ҡайҙа булды һуң ул?
Баҡтиһәң, талантлы башҡорт һылыуы Төркиәгә ярты йылға эшкә киткән!
Ишембай районының Cәлих ауылында тыуған ҡыҙ дүрт йәшенән сәхнәлә йырлай башлай, вокалға йөрөй, республика, Рәсәй, халыҡ-ара йыр бәйгеләрендә дипломант, лауреат була. Әммә урта мәктәптән һуң, бөтәһе лә уйлағанса, сәнғәт институтына түгел, ә БДУ-ла яңы асылған реклама һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш факультетына уҡырға инә. Бында белем алған осоронда ул төрлө сараларҙа, концерттарҙа, дискотекаларҙа сығыш яһап, йәштәр араһында популярлыҡ яулай.
Ә был йәйҙә тәүәккәл ҡыҙ, имтихандарын алдан тапшырып, килешеү буйынса Төркиәгә эшкә юллана.
"Алған һөнәремде ғәмәли яҡтан нығытыу өсөн аниматор булып эшләүем миңә файҙаға ғына. Бер нисә тел белеүем төрлө милләт кешеләре менән аралашҡанда ныҡ ярҙам итә. Инглиз, немец телдәрен ныҡлап өйрәнәм, хәҙер төрөксә лә апаруҡ һөйләшәм", – ти Альбина.
"Cиттә яңғыҙ ҡурҡмайһыңмы?" тигән һорауға ул өҙә генә: "Юҡ! Кешеләр менән эшләү оҡшай. Атай-әсәйем һәр башланғысымды дәртләндереп тора. Дуҫтарым да күбәйҙе", – тип яуап ҡайтарҙы.
Эйе, һәр эшкә яуаплы ҡараған, гелән камиллашыуға ынтылған, уңған, тәүәккәл кеше ҡайҙа йөрөһә лә һынатмаҫ, бирешмәҫ. Уңыштар һиңә, Альбина! Тамашасы һине сәхнәлә тиҙерәк күрергә өмөтләнә, яңы йырҙарыңды көтә.