Беҙ барыбыҙ ҙа бик ҙур һәм ҡеүәтле ил балалары инек. СССР тип атала ине ул.
Ул илдә дуҫлыҡ төшөнсәһе юғары баһалана ғына түгел, һәр кем ошо һүҙҙең мәғәнәһен тәрән аңлап, уға тоғро булып йәшәне. М. Кәримдең "Беҙҙең өйҙөң йәме" әҫәре буйынса ҡуйыласаҡ фильмда да һүҙ ошо хаҡта барыр, моғайын. Бөгөн беҙ уны күмәк премьераға барып ҡараясаҡбыҙ.
Яҙыусының мәңгелек тема – ниндәй хәлдә лә кеше булып, мәрхәмәтле булып ҡалыу тураһындағы фекерен, хис-тойғоларын режиссер нисек бирә алдымы икән? Трейлеры бик тетрәндергес фильмдың. Үҙен ҡарағас, кисерештәр менән мотлаҡ уртаҡлашырбыҙ!