24-28 сентябрҙә Һарытау өлкәһендә Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре үтеүе хаҡында гәзитебеҙҙә хәбәр иткәйнек инде.
24 сентябрҙән Перелюб, Пугачев райондарында ҡурай, ҡумыҙ, халыҡ бейеүҙәре һәм йырҙары буйынса оҫталыҡ дәрестәре бирелә: Күсембәт, Калинин, Бобров Гай, Мәҡсүт ауылдарының мәҙәниәт йортонда осрашыуҙар ҡаралған.
27 сентябрҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзалары Пугачев һәм Перелюб райондарында йәшәгән милләттәштәребеҙ менән осраша. Ошо уҡ көндә Күсембәт, Бобров Гай ауылдарында йәкшәмбе мәктәбе уҡытыусылары өсөн оҫталыҡ дәресе, Башҡортостандың инновациялы мәктәптәре һәм "Туған тел илселәре" проектының исем туйы була. Ата-әсәләр, балалар гимназия, лицей-интернаттарҙа уҡыу, йәшәү шарттары, башҡорт телен дистанцияла өйрәнеү курстары менән таныша ала. Уҡыусылар өсөн Башҡортостан тарихы, мәҙәниәте буйынса квест үткәрелә.
Оҫталыҡ дәрестәрендә шөғөлләнгәндәр концерт менән сығыш яһаясаҡ, унан һуң режиссер Булат Йосоповтың "Беренсе Республика" фильмы күрһәтелә. Башҡорт телендә китаптар сауҙа-күргәҙмәһе эшләйәсәк.
28 сентябрь Н.Г. Чернышевский исемендәге Һарытау милли тикшеренеү дәүләт университетында "Һарытау Волга аръяғы башҡорттары һәм дала Евразияһы мәҙәниәте" исеме аҫтында “түңәрәк өҫтәл” үтә. Уҡыу йорто биләмәһендә башҡорт тирмәһе ҡорола. Уның янында уҡ-һаҙаҡ, милли биҙәүестәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә үтәсәк.
Сәғәт өстә университеттың тамаша залында Башҡортостан Башлығы һәм Һарытау өлкәһе Губернаторы хакимиәттәренән Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы, "Далан" төркөмө, Һарытау өлкәһе ижади коллективтары концерты ла ошонда була.
Башҡортостандың Милли музейы экспонаттары, милли биҙәүестәр, уйын ҡоралдары, китаптар күргәҙмәләре эшләйәсәк.