Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
22 Сентября 2019, 08:59

Айгөл барыһын да илатты…

Шиғриәттең көсө нимәлә?

Автор фотолары.Автор фотолары.
Автор фотолары.
Башҡортостан Яҙыусылар союзында шағирә, хеҙмәттәшебеҙ Айгөл Йәмилеваның ижад кисәһе үтте. Бал сараны үҙенә күрә моноспектакль тип атарға ла була.


Шағирә кисәлә үҙенең шиғырҙарын уҡыны, уларға яҙылған йырҙар яңғыраны.


"Ҡош юлы" башҡорт бард фестиваленең ойоштороу комитеты ағзалары, билдәле музыканттар Минзәлә Яхина, Тимур Ямалов, Тимур Йосопов сараны гитара моңо менән биҙәне.


Юғалтыу-табыштар, әрнеү-шатлыҡтар менән тулы ижад тамашасыларҙың береһен дә битараф ҡалдырманы.


Шағирәне Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты профессоры, филология фәндәре докторы Луиза Сәмситова, бергә уҡыған студенттары, дуҫтары, яҡындары тәбрикләне.


Сара шағирәнең З. Биишева исемендәге "Китап" нәшриәтендә "Ҡапма-ҡаршылыҡтар" тип аталған китабы сығыу уңайынан ойошторолдо.
Читайте нас