Ошо көндәрҙә режиссер, Рәсәйҙең халыҡ артисы Александр Галибиндың “Һеңлекәш” фильмы ҙур экранға сыҡты. Билдәле булыуынса, ул Мостай Кәримдең "Беҙҙең өйҙөң йәме" повесы буйынса төшөрөлгән.
"Ул иҫ киткес яҙыусы. Совет, рус, милли әҙәбиәттә был – үҙенсәлекле күренеш. Мостай Кәримдең ижады тәрән, саф һәм эскерһеҙ, уны уҡыуы еңел. Башҡортостанда кино төшөрөлгән ваҡытта беҙ урындағы көнкүрешкә генә түгел, кешеләрҙең үҙ-ара мөнәсәбәттәренә башкөллө сумдыҡ. Мостай Кәрим хаҡында элек белмәгән күп нәмә хаҡында ишеттем, уның менән яҡшы таныш булғандар картинаны төшөрөүҙә хәтирәләре менән ярҙам итте. Был һоҡландыра, сөнки яҙыусы хаҡында тик юғары, яҡты фекерҙәр генә яңғырай", – ти Александр Галибин.